

Беларусь Республикаһының рәсми сәфәре сиктәрендә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Гомель-Ратон” ирекле иҡтисади зонаһы менән килешеү төҙөнө.
Был документҡа ярашлы, “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идара итеүсе компанияһы булған Үҫеш корпорацияһы һәм “Гомель-Ратон” хакимиәтенең берлектәге эшмәкәрлеге үҙ-ара ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәттәр менән алмашынып торасаҡ, берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырасаҡ, республикалар биләмәһендә сит ил инвесторҙары ҡатнашлығындағы предприятиелар асыу менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ эшлекле даирәләрҙе Башҡортостан һәм Беларусь республикаларының инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу өсөн төрлө саралар үткәрәсәк.
Фото: bashinform.ru