Иҡтисад
18 Октябрь 2022, 16:15

Газ үткәреү еңелләшә

Кемдәр ташламаға хоҡуҡлы?

Газ үткәреү еңелләшәГаз үткәреү еңелләшә
Газ үткәреү еңелләшә

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, йән башына килеме түбән булған күп балалы ғаиләләр газға тоташтырыу тураһында 100 мең һумлыҡ таныҡлыҡ ала аласаҡ. Был турала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта ташламаға хоҡуҡлыларҙың был категорияһына ярҙам күләме 75 мең һум тәшкил итә ине. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәм инвалидлыҡ алған хәрбиҙәргә 100 мең һумлыҡ таныҡлыҡ бирелә торғайны.

Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк властарына газ ҡорамалдары һатып алыу өсөн түләй алмаған мохтаж рәсәйлеләргә ярҙам күрһәтергә тигән ҡарарға бәйле. Энергетика аҙналығында сығыш яһап, дәүләт башлығы, дотациялар бер тоташыу өсөн кәмендә 100 мең һум тәшкил итергә тейеш, тине. Субсидияларҙың бер өлөшө федераль бюджет иҫәбенә биреләсәк.

Ташламаға хоҡуҡлы граждандарға газ селтәрҙәренә тоташыу өсөн аҡсалата сертификат алырға мөмкинлек биргән программа Башҡортостанда өс йыл эшләй. Республика Башлығы Радий Хәбировтың "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә торлаҡ йорттарҙы газлаштырыуҙа граждандарҙың айырым категорияларын дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеү тураһында"ғы Указына 2019 йылдың 9 сентябрендә ҡул ҡуйылды. Башҡортостандың төҙөлөш министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдереүенсә, ошо ваҡыт эсендә ярҙамдан 7 988 ғаилә файҙаланған, был тармаҡҡа 631,42 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Йыл башынан ошо йүнәлешкә 122,4 миллион һумлыҡ 1634 сертификат бирелгән.

Таныҡлыҡ алыу хоҡуғынан файҙаланыу өсөн яҡындағы "Газпром газ бүлеү Өфө" офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк — унда белгестәр йортто газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлек бармы-юҡмы икәнлеген ҡараясаҡ, тоташтырыуға контракт төҙөйәсәк. Килешеү һәм кәрәкле документтар пакеты менән Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Владимир Путиндың күрһәтмәһе Рәсәйҙә 2021 йылдан алып эшләп килгән социаль газлаштырыу программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы, 300 мең ер участкаһына газ торбалары һалынған да инде. Программа 2022 йылдан һуң оҙайтыласаҡ, медицина учреждениеларын – дауаханаларҙы, клиникаларҙы, ФАП-тарҙы үҙ эсенә алыу планлаштырыла.

Фото: angi.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас