

Унда билдәләнеүенсә, “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсында Салауат, Йылайыр һәм Краснокама райондарының ауылдары еңеп сыҡҡан. Улар үҙҙәренең артабанғы үҫешенә тотоноу өсөн 18-шәр миллион һум аласаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте халыҡ сәнғәте кәсебе предприятиятиелары өсөн субсидия биреү мөмкинлеген киңәйтергә ҡарар итте. Хәҙер улар бүленәсәк аҡсаны интернет-кибеттәрен киңәйтеү, интернет-реклама булдырыу, әйбер өсөн фирма төрөүе эшләү, күргәҙмә майҙансыҡтарын киңәйтеү форсатына тотона аласаҡ.
“Агросәнәғәт продукцияһын экспортлау” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй төбәктәре май культуралары етештереүҙе дәртләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә 4,8 миллиард һум аласаҡ. Башҡортостанға ошо маҡсатта 14,5 миллион һум бүлеү ҡаралған.
“Үткән аҙнала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Владимирович Мишустин Рәсәй иҡтисадының өлөшләтә мобилизациялау шарттарында эшләүен тәьмин итеү өсөн тәүге сираттағы планын раҫланы. Был документ эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын күҙ уңында тота һәм иҡтисадтың тотороҡло үҫеүенә йүнәлтелгән. Төп ҡарар шул: мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған эшҡыуарҙар үҙ бизнесының милексеһе булып ҡалыуын дауам итә. Бынан тыш, ошондай эшҡыуарҙарҙың ялланып эшләүселәренә ярҙам да ҡарала”, – тине ултырышты алып барған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru.