

Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында нефть эшкәртеү тармағы яңы алымдар талап итә һәм заманса завод төҙөү мәсьәләһе килеп баҫа. 1954 йылда, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы сафҡа ингәндән һуң өс йыл үткәс, Башҡортостанда Өфө төркөмөнә ҡараған өсөнсө нефть эшкәтеү заводы төҙөлөшө башлана. Унда нефтте тәрән эшкәртеү һәм нефть химияһы тауарҙары сығарыуға иғтибар йүнәлтелә. 1957 йылдың ноябрендә “Өфө нефть химияһы” заводында тәүге продукция – бензин, дизель яғыулығы, мазут алына, йәғни ул баштан уҡ яғыулыҡ-майлау нефть химияһы предприятиеһы булараҡ төҙөлә.
“Өфө нефть химияһы” – Рәсәйҙең нефть эшкәртеүҙе технологик нигеҙҙә алып барған заводтарының береһе. Үҙ мәлендә ул тәжрибә базаһы булараҡ та хеҙмәт итә, бында яңы технологиялар, алымдар әҙерләнә һәм һынап ҡарала. Заводтың сеймал буйынса билдәләнгән ҡеүәте – йылына 9,5 миллион тонна. Ул Өфө һәм Благовещен ҡалалары араһында 807 гектар майҙанда урынлашҡан (оҙонлоғо – 5,5 километр, киңлеге – 2,5 километр) – был баш ҡала предприятиелары араһында майҙан йәһәтенән иң ҙур күрһәткес.
Заводта эшкәртеү ҡорамалдарын күпләп төҙөү, ҡеүәтте арттырыу өсөн база булдырыу 1959 – 1965 йылдарға тура килә. Предприятие йылдан-йыл эшмәкәрлеген камиллаштыра, етештереү ҡеүәтен арттыра бара.
XXI быуатта бында яңы үҫеш осоро башлана: хәҙерге заман механик таҙартыу ҡоролмалары сафҡа индерелә. 2005 йылда элементар көкөрт алыу йәһәтенән яңы линиялар файҙаланыуға тапшырыла. Унда йылына химия производствоһы өсөн сеймал булып хеҙмәт иткән 65 мең тонна элементар көкөрт етештерелә. Ул газдарҙағы көкөрттөң 99,5 процентын утилләштерергә мөмкинлек бирә. Рәсәйҙәге ошоға оҡшаш бер генә ҡорамал да утилләштереүҙең ундай юғары кимәлен тәьмин итә алмай.
2009 йылда әкрен кокслау ҡорамалы сафҡа индерелә. Бындай эштәр илебеҙҙә сирек быуат самаһы алып барылмаған була. Уға ярашлы ауыр нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеп, асыҡ нефть продукттары компоненттары алыу яйға һалына. Ошо уҡ йылда 24/7 алымында эшләгән гидротаҙартыу ҡорамалын үҙгәртеп ҡороу тамамлана. Һөҙөмтәлә “Өфө нефть химияһы” заводы Евро-5 талаптарына яуап биргән дизель яғыулығы етештерә башлай.
Предприятие – Рәсәйҙә хуш еҫле углеводород етештергән өс заводтың береһе. Был йүнәлештәге эшмәкәрлеккә 1982 йылда нигеҙ һалына.
2010 йылға “Өфө нефть химияһы” яғыулыҡ, газ катализаторы, тауар, хеҙмәтләндереү производствоһы, хуш еҫле углеводородтар етештергән предприятие булараҡ аяҡ баҫа. Был мәлгә унда 30-лап төр тауар – сифатлы автомобиль бензины, дизель һәм ҡаҙанлыҡ яғыулығы, битум, нефть коксы, гранулланған көкөрт, шыйығайтылған газдар (пропан, пропилен) етештерелә.
2011 – 2015 йылдарҙа әкрен кокслау ҡорамалын сафҡа индереү эшкәртеү тәрәнлеге күрһәткесен 92 процентҡа еткереү мөмкинлеген бирә. 2015 йылда “Башнефть – Өфө нефть химияһы” заводында элементар көкөрт етештереү буйынса яңы технология линияһы сафҡа инә. Һөҙөмтәлә көкөртлө водородты утилләштереү кимәле күпкә яҡшыра.
2017 йылда биологик таҙартыу ҡорамалдарын яңыртып ҡороу тамамлана. Был таҙартыу ҡорамалдары майҙанын кәметергә һәм Ағиҙел йылғаһын бысраныуҙан һаҡларға мөмкинлек бирә.
Бөгөн “Башнефть – Өфө нефть химияһы” заводы Евро-5 стандартындағы мотор яғыулығы, нефть коксы, элементар көкөрт, хуш еҫле углеводород етештереү йәһәтенән илдең иң эре предприятиеларының береһе һанала. Бында 60-ҡа яҡын төрлө продукция сығарыла. Эшкәртеү тәрәнлеге һәм технологик йәһәттән тәьмин ителеш буйынса ул ватан нефть эшкәртеү заводтары араһында алдынғы урын биләй. “Башнефть – Өфө нефть химияһы” заводында дүрт меңдән ашыу кеше эшләй.
Предприятиела Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн әһәмиәтле, үҙенсәлекле объекттар урынлашҡан: тотош Европа буйынса иң ҡеүәтле биологик таҙартыу ҡоролмалары, әкрен кокслау ҡорамалы, “Роснефть” нефть компанияһы ҡарамағындағы заводтар араһында берҙән-бер хуш еҫле углеводородтар етештереү линияһы.
“Башнефть – Өфө нефть химияһы” заводы “Башнефть-УНПЗ” һәм “Башнефть-Новойл” майҙансыҡтары менән берлектә компанияның Берҙәм нефть эшкәртеү заводы составына инә. Уларҙың беренсел нефть эшкәртеү буйынса дөйөм ҡеүәте 23,2 миллион тонна тәшкил итә. Был предприятиелар бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм берҙәм технологик комплекс булараҡ эшмәкәрлек алып бара. Ошондай көйлө хеҙмәттәшлек Башҡортостан Республикаһына Рәсәй кимәлендә нефть эшкәртеү тармағында алдынғы төбәк булырға булышлыҡ итә. Бөгөн “Башнефть” компанияһының нефть эшкәртеү комплексы “Евро-5” һәм “Евро-6” экологик стандарттарға яуап биргән юғары сифатлы яғыулыҡ, шулай уҡ юғары октанлы АИ-100 бензины етештерә.
Бөгөн предприятиела хәҙерге заман процестарының береһе – гидрокренинг ҡоролмаһы сафҡа индерелә. Ул дизель яғыулығы етештереүгә йүнәлеш ала. Был ҡоролма, уның ҡеүәт мөмкинлектәре республиканы сифатлы дизель яғыулығы менән тәьмин итәсәк.
Бына шулай, “Башнефть – Өфө нефть химияһы” заводы заман менән бергә атлап, яңы йүнәлештәрҙе ҡыйыу үҙләштерә, етештереүҙең яңы күрһәткестәренә ынтыла, шуның менән илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың иҡтисади тотороҡлоғона, үҫешенә тос өлөш индерә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА