

Бөгөн федераль юлсылар М-5 “Урал” автомобиль юлының Туймазы районының Ҡандра ауылы эргәһендәге яңы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо иҫтәлекле ваҡиғаны телгә алды.
“Беҙ М-5 “Урал” федераль трассаһы участкаһында – Туймазы районының Ҡандра ауылы эргәһенән үткән юлдың 7,24-се километрҙа эште тамамланыҡ. Был урындағы магистралде алты һыҙатҡа тиклем киңәйттек. Һөҙөмтәлә участкала көсөргәнеш кәмейәсәк – бында машиналар ағымы һәр саҡ ҙур булды.
Автомобилселәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн барыһын да күҙалланыҡ – Ҡандра – Сайран төбәк юлы менән киҫешкән ерҙә юл айырсаһы төҙөнөк. Автобус пассажирҙары өсөн туҡталыш павильондарын, автобусҡа ултырыу, көтөү майҙансыҡтарын йыһазландырҙыҡ. Юл билдәләре, ҡоймалар, яҡтыртҡыстар ҡуйҙыҡ, тамға һалдыҡ.
Ышаныслы партнерҙарыбыҙ – “Росавтодор” менән “Урал буйы” автомобиль юлдары идаралығын республика өсөн ошо мөһим проектты тормошҡа ашырған өсөн рәхмәт.
Барығыҙға ла хәйерле юлдар!” – тип яҙған Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мөһим объектты асыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Ул иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, республиканың инфраструктура үҫеше өсөн уның ҙур әһәмиәтен билдәләне.
– Беҙ асҡан участка ике һыҙаттан алты һыҙатҡа тиклем киңәйтелде. Уның үткәреү һәләте тәүлегенә 14 меңдән 43 меңгә тиклем артты. Төрлө кимәлдәге юл айырсаһын төҙөү ҙә яҡшы алым булды. Хәҙер түбәнге ярустағы юл Ҡандра һәм Сайран ауылдары халҡы өсөн сифатлы автомобиль бәйләнешен тәьмин итәсәк. Юғарынан иһә Мәскәүгә һәм Силәбегә транзит транспорты бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ йөрөй аласаҡ, – тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт етәксеһе әйтеүенсә, инженерлыҡ коммуникацияларын урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Участкала заманса диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Ҡаршы һыҙаттарҙы ҡойма айырып тора. Был юл фажиғәләрен кәметеүгә булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
Яҡшы йола буйынса, яңы участканан тәү башлап юл техникаһы үтте. Төбәк өсөн мөһим объект төҙөлөшөнә тос өлөш индергән юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә иҫтәлекле ваҡиға тураһында яҙып сыҡты.
Фото: vk.com/wall413272232_897667,
vk.com/wall555400080