

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Өфө дәүләт нефть техник университетының ғалим-тикшеренеүселәре командаһы интеллектуаль мәғлүмәт системалары нигеҙендә һанлы модуль прототибын әҙерләгән. Яңы ҡорамал һыуҙың нефть шыйыҡсаһындағы нисбәт процентын кәметергә һәм нефть күләмен арттырырға булышлыҡ итәсәк.
“Яңы һанлы модуль үҙенең аналогтарынан айырыла һәм баҙарҙа уларға конкуренция булырлыҡ. Интеллектуаль мәғлүмәт системаһы үҙе ҡарарҙар ҡабул итеү алгоритмын төҙөй һәм нефть скважиналарын файҙаланыуҙың техник-иҡтисади һөҙөмтәлелелен фаразлай. Нефть сервисы компанияларының производство бурыстарын хәл итеүҙә компьютер технологияларын ҡулланып, нефть табыуҙың үҙҡиммәтен кәметә алабыҙ”, - тине ӨДНТУ ректоры Олег Баулин.
Аналогтарынан айырмалы рәүештә, яңы һанлы модуль скважинаның параметрҙарын баһалай һәм нефть табыуҙың уңышын дөрөҫ итеп фаразлай ала. Был программаны сәнәғәт предприятиеларына - 2023 йылдан, ә белем биреү программаһына өлкән курстарҙа “Нефть-газ эше” йүнәлеше буйынса 2022/2023 уҡыу йылында индереү планлаштырыла. Әлеге мәлдә модулде һынау үткәрелә.
Был эш Өфө дәүләт нефть техник университетының “Яғыулыҡ-энергетика комплексында яңы технология ҡарарҙары” стратегия проекты сиктәрендә алып барыла. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының “Өҫтөнлөк-2030” (“Фән һәм университеттар” милли проекты) һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программалары ла был эште башҡарыуға ярҙам итә.
Әйтергә кәрәк, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге 2020 йылдың декабрендә конкурста еңеү яулап, үҫеүгә федераль ярҙам алды. Был үҙәккә Башҡортостандың алты университеты инде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.