Иҡтисад
18 Октябрь 2022, 15:15

Сәнәғәт туризмы заманса үҫеш ала

"Башҡортостанда уникаль производстволар бар һәм беҙҙең маҡсат – ҡыҙыҡлы экскурсиялар тәҡдим итеү".

Сәнәғәт туризмы заманса үҫеш алаСәнәғәт туризмы заманса үҫеш ала
Сәнәғәт туризмы заманса үҫеш ала

Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы сәнәғәт туризмы буйынса “Асыҡ сәнәғәт” икенсе бөтә Рәсәй акселераторында ҡатнаша.

Быйыл унда ҡатнашыуға илдең 39 төбәгенән 258 предприятие ғариза биргән, 20 команда составында уларҙың 159-ы ҡатнашыу хоҡуғын алған, шул иҫәптән беҙҙең республиканан.

Төбәктә сәнәғәт туризмы үҫеше пландары менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев уртаҡлашты. "Туристик программалар һатыуҙан сәнәғәт бизнесының төп файҙаһы – инвестициялар һәм имидж. Беҙҙең һигеҙ предприятие Стратегик башланғыстар агентлығының акселераторына һайланды. Улар – “Өфө” һәм “Промцентр” индустриаль парктары, “Ағиҙел” халыҡ кәсептәре предприятиеһы, “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте, Благовещен арматура заводы, “Благовещен икмәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфө эргәһендәге йылылыҡ электр үҙәге, Б.И. Можаев исемендәге Павловка гидроэлектростанцияһы. Был акселераторға инеү төбәккә сәнәғәт туризмы үҫешенең үҙ стратегияһын, предприятиелар буйынса экскурсия программаларын булдырырға, аҙаҡ уларҙы федераль туроператорҙарға тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостанда уникаль производстволар бар һәм беҙҙең маҡсат – ҡыҙыҡлы экскурсиялар тәҡдим итеү", - тине Александр Шельдяев.

Был программа Рәсәй етештереүселәренең технологик һәм кадрҙар потенциалын популярлаштырыуға, төбәк сәнәғәт брендтарын күтәреүгә, ил предприятиеларының ҡаҙаныштарын, продукцияһын, технологик процестарын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Акселератор һөҙөмтәләре буйынса, 2021 йылда илдең утыҙ төбәгендә сәнәғәт туризмы үҫеше стратегияһы тормошҡа ашырыла, Рәсәйҙең 250 предприятиеһы экскурсия,  һөнәри йүнәлешле һәм тәжрибә уртаҡлашыу программалары булдырған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас