

Был эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, зонаның идарасы компанияһы булған Үҫеш корпорацияһы, Ишембай районы хакимиәте, Төбәк проект офисы һәм бындағы резиденттар вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ 3-сө майҙансыҡтағы етештереү урындарына автомобиль менән килеү мөмкинлеген, 1-се һәм 2-се майҙансыҡтарҙа юлдар һалыуҙың нисек үтәлеүен ҡаранылар.
Резиденттар менән әңгәмә барышында “М Синтез” компанияһы эксперттарға үҙ майҙансығында дизель яғыулығы өсөн цетанды арттырыу присадкалары етештереү буйынса завод төҙөлә башлыуы тураһында һөйләне. Бөгөнгә инвестор ошо проектҡа 1,1 миллиард һум тотонған. Ә был объектҡа инвестицияның дөйөм күләме алты миллиард һумға етәсәк.
Бөгөнгә “Алға” иҡтисади зонаһында 12 резидент теркәлгән, улар иғлан иткән инвестиция күләме 25,7 миллиард һум тәшкил итә, уларҙы тормошҡа ашырыу 1733 яңы эш урыны асыу мөмкинлеген тыуҙырасаҡ.
Фото: bashinform.ru.
#КорпорацияразвитияРБ #командаХабирова #Правительстворазвития #КРРБ #точкавходаврегион #ОЭЗАлга