

Бөгөн, 19 октябрҙә, республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда билдәләнәсәк Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Профилле министрлыҡтар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә баш ҡалала төп ҡоролмаларҙы һәм объекттарҙы проектлау һәм төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Инна Иҡсанова хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Октябрь районында Көрәш һарайын булдырыу проекты раҫланған график буйынса ғәмәлгә ашырыла.
- Объектта бер нисә сменала 100-гә яҡын кеше эшләй. Нуль циклы үтәлгән дә инде, техник селтәрҙәрҙе тоташтыра башлайҙар, - тип аңлатты Инна Иҡсанова.
Яңы спорт учреждениеһында көс көрәше һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк. Балалар 14 көрәш келәмендә күнекмә үткәрә ала. Үҙәктә спорт комплексы һәм спорт көрәше мәктәбе, 3,4 мең урынлыҡ амфитеатр менән универсаль зал, шулай уҡ музей була.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов 2022 йылдың декабрендә Өфөлә спорт көрәшенә арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция буласағын хәбәр итте. Ул буласаҡ Көрәш һарайын популярлаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү проектын еренә еткереп эшләргә ҡушты.
2023 йылда яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен аса. Реконструкциянан һуң унда икенсе тамаша залы асыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бинаның фасады һәм театр янындағы балалар майҙансығы проекттарын хупланы. Унда ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән Рәсәйҙең төҙөлөш ҡомартҡылары миниатюралары аллеяһы барлыҡҡа киләсәк.
Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына театрҙы асыуға яңыртылған репертуар әҙерләргә ҡушты.
2024 йылда Өфөнөң Калинин һәм Ленин райондарында ҙур спорт үҙәктәре төҙөлә, улар федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү майҙансығы буласаҡ. Мәҫәлән, Инорста - ишкәкле слалом комплексы, ә Затонда Башҡортостандың Фехтование үҙәге төҙөлә. Башҡортостан Башлығы республиканың Спорт министрлығына эштәрҙе башҡарыу ваҡытын аныҡ контролдә тоторға ҡушты.
Кәңәшмәлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе капиталь ремонтлау барышы ла тикшерелде. Өфөнөң Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе хәбәр итеүенсә, был объектта 7 мең тоннанан ашыу металл конструкциялар алмаштырыласаҡ.
Республика етәксеһе күперҙе архитектур яҡтыртыу варианттарын әҙерләргә ҡушты.
- Был Өфө өсөн мөһим объект. Беҙгә уның эстетикаһын төнгө ваҡытта ла һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Аэропорт яғынан ҡалаға инеү сағыу булырға тейеш.
Бынан тыш, «Кузнецов затоны» биҫтәһендә 2025 йылда 2200 урынлыҡ мәктәп асыу күҙаллана. Ул уҡыусылар һаны буйынса республикала иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ.
2025 йылға тиклем Өфөлә Республика математика лицей-интернаты асыласаҡ. Планда - 360 урынлыҡ корпус, шулай уҡ ситтән килеүсе һәм саҡырылған уҡытыусылар өсөн дөйөм ятаҡ төҙөү.
Кәңәшмә аҙағында ҡатнашыусылар Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау һәм Аксаков исемендәге баҡсаны төҙөкләндереү проекттарын ҡараны.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru