Иҡтисад
19 Октябрь 2022, 16:45

Өфө ҙур энергетика форумына әҙерләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. 

Өфө ҙур энергетика форумына әҙерләнәӨфө ҙур энергетика форумына әҙерләнә
Өфө ҙур энергетика форумына әҙерләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

26-28 октябрҙә Өфөлә үтәсәк ҙур энергетика форумына әҙерләнәбеҙ. Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы директоры Альбина Килдеғолова һәм «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Олег Шамшович менән берлектә журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙек.

Тармаҡтағы ҙур ваҡиға Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән һәм дуҫ илдәрҙән 80 ҡатнашыусыны – электр энергетикаһы тармағы белгестәрен, етештереүселәрҙе һәм тәьмин итеүселәрҙе йыясаҡ. 30-ҙан ашыу эшлекле сара үткәрергә ниәтләйбеҙ. 250 спикер сығыш яһарға әҙер. Үзбәкстан, Белорусь, Ҡаҙағстан, Иран, Төркиә, Ҡырғыҙстан делегациялары килә. Осрашыуҙар, яңы килешеүҙәр, берлектәге проекттар буласаҡ.

Иң мөһиме хаҡында һөйләйәсәкбеҙ: ҡулланыусыларҙың электр селтәрҙәренә ҡушылыуы, импортты алмаштырыу, һанлы ҡарарҙарҙы һәм робот-техник системаларҙы ҡулланыу, сәнәғәт генерацияһы һәм альтернатив энергетика тураһында. Ғөмүмән, беҙҙең һөйләйһе нәмәләр байтаҡ.

Эйе, традицияға ла тоғро ҡалабыҙ, йәштәр уны һәр саҡ “ура” тип ҡаршылай. Буласаҡ белгестәр өсөн Йәштәр көнө үткәрәбеҙ. Был белем биреү майҙансыҡтары серияһы: ТОП-компаниялар етәкселәре менән «галстукһыҙ» һөйләшеү, энергетик диктант, эксперттарҙың студенттар менән осрашыуы, оҫталыҡ дәрестәре һәм энергияны һаҡлау буйынса иң яҡшы тәжрибәләр. Хатта аҡ көнләшеү менән көнләшәм”, - тип яҙҙы Александр Шельдяев.

Фото: Александр Шельдяевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/sheldyaevrb)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас