

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе Роман Новиков видеоэлемтә тәртибендә М-7 “Волга” федераль трассаһының республика участкаһын төҙөү һәм реконструкциялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Был участка буласаҡ М-12 Мәскәү – Екатеринбург магистраленең бер өлөшөнә әүереләсәк. Кәңәшмәлә төбәк Хөкүмәте ағзалары, “Росавтодор” эксперттары, подряд ойошмалары, тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.
Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков республиканың идара итеү командаһына күләмле инфраструктура проектын әҙерләү буйынса тырыш хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте.
– М-7 “Волга” трассаһы – “Көнбайыш–Көнсығыш” ҙур транспорт коридорының бер өлөшө. Ул мөһим стратегик әһәмиәткә эйә. Киләһе ҡыш беҙгә был объектта байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәк. Проектты Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Шакирйән улы Хөснуллин көйләй. 2025 йылға тиклем федераль бюджет параметрҙарын раҫлағандан һуң, трасса төҙөлөшөнә аҡса йәлеп итеүҙе тиҙләтеүҙе планлаштырабыҙ, – тине Роман Новиков. – Бөгөн Башҡортостанда байтаҡ транспорт проекттары тормошҡа ашырыла. М-7 автомобиль юлын яңыртыу илдәге ҙур инфраструктура объекттарының береһен тәшкил итә. Яңы участка төҙөүгә комплекслы ҡараш булдырыу, күп функциялы юл буйы сервисы зоналарын күҙаллау мөһим.
Башҡортостан Башлығы республиканың күләмле һәм әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырырға әҙер булыуын билдәләне.
– Бөтә бурыстарҙы ла берҙәм үтәгәндә генә эште сифатлы итеп тәғәйен ваҡытҡа башҡарырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Әҙерлек этабын үҙ-ара килешеп, ойошҡан рәүештә үттек. Әле иһә халыҡ өсөн уңайлы, заманса автомобиль юлын төҙөү тәүге планға сыҡты. Беҙ тармаҡ предприятиеларының ҡеүәтен, төбәктең сеймал базаһын йәлеп итеүҙе планлаштырабыҙ. Күләмле эште башҡарып сығырға әҙербеҙ.
Мәғлүм булыуынса, М-7 трассаһының 65 километрлыҡ яңы участкаһы Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтәсәк.
“Урал буйы” автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Михайлов әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл сентябрҙә “Автобан” подряд ойошмаһы менән дәүләт килешеүе төҙөлдө. Юлсылар төҙөлөш майҙанын әҙерләүгә тотондо.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эште башҡарыу ваҡыты, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү, ярҙамсы инженерлыҡ объекттарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, проектты финанслау буйынса фекер алышты. Трассаны реконструкциялауҙың төп этабы киләһе йыл башлана. Проектты 2024 йылда тамамлау ҡарала.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press