

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров 2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында республика закон проектын хупланы.
Премьер-министр, формалаштырылған бюджеттың төп маҡсаты бюджет сикләүҙәрен һаҡлау шарттарында оҙайлы сроклы тигеҙлелекте тәьмин итеү булып тора, тине. Санкция баҫымын еңеп сығыу ғына түгел, өлөшләтә мобилизациялау шарттарында социаль әһәмиәтле сараларҙы тормошҡа ашырыу һәм иҡтисадтың реаль секторына дәүләт ярҙамы мөһим йүнәлештәр булып ҡала.
– Дөйөм алғанда, 2023 йылда республика бюджеты килеменең дөйөм күләме 265 миллиард һумдан ашыу тәшкил итеүе күҙаллана. 2022 йылға раҫланған планға үҫеш - һигеҙ процент тирәһе. Беҙҙең төп көс федераль бюджет средстволарын әүҙем йәлеп итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә, уларҙың йәшәүе өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән оҙайлы сроклы, стратегик пландарҙы, милли һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү мөһим. Финанс һәм бурыс тотороҡлолоғоноң юғары кимәлен тәьмин итеүсе уйланылған бурыс сәйәсәтен алып барыу мөһим, – тине Андрей Назаров.
Алдағы өс йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектын төҙөү 2022 йыл бюджеты үтәлешенең көтөлгән йомғаҡтарынан һәм алдағы өс йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең күҙалланған күрһәткестәренән сығып тормошҡа ашырыла.
– Туғыҙ айҙа республика тупланма бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәре 172 миллиард һум самаһы тәшкил итте, 2021 йылдың ошо уҡ осорона 35 миллиард һумға йәки 1,3 тапҡырға артты. Шуның 139 миллиард һумы тиерлек республика ҡаҙнаһына ингән, был 32 миллиард һумға күберәк, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
2020 йылда кире ҡайтарыуһыҙ керем 63,1 миллиард һум тәшкил иткән. Республика бюджеты килемдәренең дөйөм күләме – 201,8 миллиард һум, сығымдар – 196,4 миллиард һум, профицит – 5,4 миллиард һум. Алдағы өс йылда һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең уртаса үҫеше ҡаралған. Бюджет проектының сығым параметрҙарын формалаштырыу Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Финанс министрлығы алдында билдәләнгән һәм ҡабул ителгән сикләүҙәр сиктәрендә ҡытлыҡты сикләү һәм бурыс йөкләмәһенең түбән кимәлен һаҡлау кәрәклеге шарттарында тормошҡа ашырылды.
Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/19170/