

– Беҙҙең республикала коммерцияға ҡарамаған сектор һәм социаль эшҡыуарлыҡ социаль проблемаларҙы хәл итеүгә һәм тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән перспективалы формаларҙың береһенә әүерелде,–тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында.2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, был маҡсатҡа бүленгән аҡса күләме 2020 йыл менән сағыштырғанда 38 процентҡа артҡан.
Был хаҡта һандар ҙа яҡшы һөйләй: социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған һәм социаль предприятиелар иҫәбенән социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, спорт, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүсе дәүләткә ҡарамаған ойошмалар һаны 2015 йылдан алты тапҡырға, ә хеҙмәт алыусылар һаны өс тапҡырға артҡан.
”Бындай сифатлы үҫеш Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһендә мөмкин булды”,– тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Мәҫәлән, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм урындағы үҙидара яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә һәм тапшырылған майҙандарҙың артыуы күҙәтелә. 2021 йыл менән сағыштырғанда ҡуртымға түләү буйынса бирелгән льготалар күләме туғыҙ тапҡырға артҡан. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы яғынан 116 социаль предприятиеға 49 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Министр шулай уҡ Башҡортостандың 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы яҡлау механизмдарын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй рейтингында икенсе урын яулауын иҫкә төшөрҙө. 2022 йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға грант ярҙамының дөйөм күләме 261 миллион һум тәшкил итте. Был аҡсаға тормошҡа ашырылыусы проекттар мөмкин тиклем күберәк ябай граждандарға файҙа килтерергә тейеш.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.