Иҡтисад
19 Октябрь 2022, 15:30

Һәр кем эшле булһын!

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса федераль проект операторы менән килешеү төҙөнө. 

Һәр кем эшле булһын!Һәр кем эшле булһын!
Һәр кем эшле булһын!

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Һөнәрҙәрҙе үҫтереү агентлығы менән килешеү, эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереүҙе индереп, йәштәргә карьера яһауҙа булышлыҡ итеү йәһәтенән комплекслы алымды һынау буйынса проект сиктәрендә төҙөлдө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса федераль проектта ҡатнашыусы 11 субъект иҫәбенә инде. Йәштәргә карьера яһауҙа булышлыҡ итеү йәһәтенән комплекслы алымды һынау буйынса проект саралары «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектына ярашлы ойошторолған.

- Проектта потенциаль ҡатнашыусылар - белем алғанда аныҡ ҡына ҡатмарлыҡтар кисергән, уҡыу йортон тамамлағандан һуң 6 ай эсендә эшкә урынлаша алмаған, хәрби хеҙмәттән бушатылғандар, күп балалы йәш ата-әсәләр һәм башҡа бик күп кешеләр. Бөтә теләүселәрҙе лә ҡатнашыуға алдан заявка бирергә һәм белгестәрҙән консультация алырға саҡырабыҙ. Беҙҙең төбәктә проект Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәгендә тормошҡа ашырыла, - тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Онлайн-диагностиканан һуң һәр ҡатнашыусы өсөн шәхсән план төҙөлә. Уның саралары кадрҙарға ихтыяжды иҫәпкә алып ойошторола. Башҡортостан был һорауҙы эш биреүселәр, белем биреү учреждениелары, мәшғүллек хеҙмәте органдары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәткән ойошмалар менән берлектә билдәләйәсәк. Йәштәргә уларҙың карьера юлында кураторҙар - коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт ойошмалары, социаль фондтар һәм башҡа органдар вәкилдәре ярҙам итәсәк. Улар остаздар ролендә сығыш яһай һәм проектта ҡатнашыуҙың төп һөҙөмтәләре - эшкә урынлашыу һәм күптән көтөлгән табыш алыу юлында тәүге аҙымдар яһарға ярҙам күрһәтә.

Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәгендә (7 (987) 254-51-00) һәм республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә алдан ғариза бирергә һәм килеп тыуған һорауҙар буйынса кәңәшләшергә мөмкин.

Белешмә өсөн:

Йәштәргә карьера яһауҙа булышлыҡ итеү буйынса комплекслы алымды һынау проекты, эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереүҙе индереп, «Лайыҡлы, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсатына өлгәшеүҙе тәьмин итеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был бурыс илдең 2030 йылға тиклем үҫешенең мөһим маҡсаттары иҫәбендә Рәсәй Президенты тарафынан ҡуйылған.

Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас