Иҡтисад
19 Октябрь 2022, 16:30

Йәштәргә үҙ проектын башлап ебәреүгә - бер миллион һум

Мәскәү вуздарында белем алған Башҡортостан студенттарына университет эшҡыуарлығына ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр. 

Йәштәргә үҙ проектын башлап ебәреүгә - бер миллион һумЙәштәргә үҙ проектын башлап ебәреүгә - бер миллион һум
Йәштәргә үҙ проектын башлап ебәреүгә - бер миллион һум

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә Мәскәү университеттары студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге майҙансығында инновациялар, сәнәғәт һәм бизнес өлкәһендәге эксперттар, үҙ стартаптарын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған студенттар һәм аспиранттар йыйылды. Сарала ҡатнашыусыларға республика студенттары иҫәп тота алырлыҡ финанс ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр. Инновацион идеяһы булған йәштәр проектты башлап ебәреүгә  миллион һум алыу мөмкинлегенә эйә.

- «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы»на ярашлы 2024 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй Хөкүмәте студенттарҙың бизнес-идеяларына ярҙам итеүгә 4,5 миллиард һум йүнәлтә. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бер рәттән Башҡортостан проекттар һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Беҙҙең республиканан йәмғеһе 271 заявка ҡабул ителде, был республиканың юғары инновацион потенциалын тағы бер тапҡыр раҫлай.  Быға, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгенең эше булышлыҡ итә. Белеүегеҙсә, уны Көрсөккә ҡаршы саралар пакеты сиктәрендә булдырҙыҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Ағымдағы йылда Башҡортостандан 62 проект Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан ярҙам алды, шул иҫәптән «Студенттар стартапы» конкурсы сиктәрендә. Төбәктә «Технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль программаһы ғәмәлгә ашырыла, атап әйткәндә, университет стартап-студияһы булдырылған. Уға сәнәғәт ҡалдыҡтарынан яңы материалдар етештереү, предприятиеларҙа яһалма интеллект индереү һәм башҡа перспективалы йүнәлештәр буйынса эшләнмәләр индерелгән.

Стартап-студияны үҫтереүгә алдағы өс йылда йыл һайын 100 миллион һумға тиклем федераль аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Эксперттар университет эшҡыуарлығын Мәскәү вуздарында уҡыусы башҡорт студенттары менән алға ебәреү өсөн тупланған тәжрибәһе һәм мөмкинлектәре менән уртаҡлашты.

- Йыл башынан инновацион эшкәртмәләрҙе үҫтереүгә 270 миллион һумдан ашыу федераль средстволар йәлеп итеүгә өлгәшелде, улар араһында студенттар проекттары ла бар. Беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс – башланғыстарҙы тиҙләтеү һәм яңы эш башлаған технологик эшҡыуарҙарҙың эшкәртмәләрен баҙарға сығарыу өсөн бөтә шарттар булдырыу. Был йүнәлештә студенттар яҡташлығын үҫтереү мөһим. Әлеге ваҡытта Мәскәү университеттарында белем алған йәштәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ: менторҙар, консультациялар бирергә, стартаптарҙы үҫтереүгә финанслау йәлеп итергә, квалификациялы команда һәм коммерция партнерҙары табыуҙа, асыштарҙы индереүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ. Осрашыу барышында ҡатнашыусыларҙың идеяларын тикшерҙек, студенттар һәм аспиранттар яғынан ҙур баһа алдыҡ - эште даими рәүештә дауам итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге директоры Руслан Шәймөхәмәтов.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы.

Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас