

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы төҙөгән инвестиция тәҡдимдәре исемлегенә яңы тәҡдим өҫтәлде.
Инвесторҙарға “Алға” махсус иҡтисади зонаһында шәхси гигиена саралары етештереү буйынса яңы завод төҙөү вариантын ҡарарға тәҡдим итәләр. Бизнес-тәҡдимдәге иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, проекттың бюджеты 151,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Предприятиела 17 яңы эш урыны булдырылырға тейеш.
“Алға” зонаһының идарасы компанияһы булараҡ, Үҫеш корпорацияһы отошло һалым һәм ҡуртым шарттары тәҡдим итеп кенә ҡалмай, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн әҙер ҡарарҙар ҙа бирә ала. Бизнес-тәҡдимде Ишембай районында тормошҡа ашырыу күҙаллана. Бында инвестор шәхси гигиена саралары етештереү өсөн бер нисә линия, шулай уҡ склад һәм административ биналар урынлаштыра ала. Кейста әле булған хеҙмәт ресурстары, проекттың тормошҡа ашырылыу осоро, сығымдарҙың ҡапланыу ваҡыты тураһындағы финанс-иҡтисади мәғлүмәттәр ҙә бар”, – ти Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Фото: bashinform.ru