

Бөгөн ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин "Рәсәйҙә эшләнгән-2022" халыҡ-ара экспорт форумында күргәҙмәне ҡараны һәм сараның пленар сессияһында "Үҙгәрештәр иҡтисады. Экспорттың яңы географияһын булдырыу" темаһына сығыш яһаны. Уны түбәндәге һылтанма аша инеп ҡарарға була: http://government.ru/news/46836/
Михаил Мишустиндың сығышын залда тыңлаусылар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ла булды. Сығыштан һуң Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошоға ҡағылышлы фекерҙәре тураһында яҙҙы.
"Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙең дүрт яңы төбәгенә хәрби хәл индерҙе. Улар менән сиктәш биләмәләр өсөн уртаса яуаплылыҡ режимы ҡаралған, ә Башҡортостанда хәҙер әҙерлектең төп режимы бара. Ошо йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был халҡыбыҙҙы яҡлау өсөн кәрәкле саралар, һәм ауыр шарттарҙа иҡтисадыбыҙҙы яҡшыртыу эшенән туҡтамаҫҡа тейешбеҙ. Әлбиттә, артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ. Шуға күрә бөгөн "Рәсәйҙә эшләнгән-2022" халыҡ-ара экспорт форумында башҡа төбәктәрҙән килгән хеҙмәттәштәрем менән Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү өлкәһендә тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡмын, "Экспорт 5С" һөҙөмтәле формулаһын тәҡдим итермен.
Пленар ултырышта тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин илдең юғары сәнәғәт потенциалы, көслө финанс системаһы, ә иң мөһиме — яңы, күп яҡлы донъя иҡтисади архитектураһының төп ҡатнашыусылары менән мөнәсәбәттәре көслө икәнлегенә баҫым яһаны. Бының менән бәхәсләшеп булмай, беҙ эшләйбеҙ!" – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото һәм видео Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһенән алынды.