Иҡтисад
20 Октябрь 2022, 15:50

Эшҡыуар – иҡтисад таянысы

Үтә мөһим ҡарарҙар проекттары дүрт сәғәттән дә ҡалмай хәл ителә.

Эшҡыуар – иҡтисад таянысыЭшҡыуар – иҡтисад таянысы
Эшҡыуар – иҡтисад таянысы

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Төбәктә эшләнгән – Рәсәйҙә эшләнгән. Ярҙам саралары синергияһы” тип аталған губернаторҙар сессияһында ҡатнашты. Ул “Рәсәйҙә эшләнгән-2022” халыҡ-ара экспорт форумына ярашлы ойошторолдо.

Премьер-министр  билдәләүенсә, хәҙерге эске һәм тышҡы үҙгәрештәр мәлендә беренсе планға иҡтисад таянысы һәм нигеҙе булған эшҡыуар сыға. Шуға күрә уның үҫеше өсөн уңайлы шарттар, дәртләндереү саралары булдырыу кәрәк. Был йәһәттән Башҡортостанда ыңғай тәжрибә бар, тип әйтеп үтте Хөкүмәт етәксеһе.

– Республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше ете айҙа 31 процентҡа артты. Шулай уҡ 28 процентҡа экспорт үҫте. Был – ябай, әммә тәьҫирле формуланы ҡулланыу һөҙөмтәһе. Ҡыҫҡаса уны “ Экспортный 5С” тип атарға була. Ул төп биш элементты эсенә ала: тиҙлек, сервис, синергия, заманса инфраструктура һәм дәртләндереү сараһы, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Тәүге “С” һәр өлкәлә норматив документтар менән эш иткәндәге тиҙлекте эсенә ала. Үтә мөһим ҡарарҙар проекттары дүрт сәғәттән дә ҡалмай хәл ителә. Икенсе “С” үҙ эсенә экспортерҙар һәм экспортҡа йүнәлеш алған инвесторҙар өсөн сервисты йәки махсус хеҙмәттәрҙе ала. Бында финанс ярҙамы бик мөһим. Юғары экспорт ҡеүәтле проекттар өсөн етештереү һәм тәьмин итеү инфраструктураһына киткән сығымдар ҡайтарыла. Премьер-министр был йәһәттән белорустарҙың “Амкадор” компанияһы менән хеҙмәттәшлекте миҫалға килтерҙе. “Беҙ уларҙың техник күрһәтмәһе буйынса заман талаптарына ярашлы завод төҙөйбөҙ. Төҙөү срогы алты айҙан артмаясаҡ. Беҙҙең инвестициялар күләме – ике миллиард һум. Киләһе йылдың июлендә эш башлаясаҡбыҙ”, – тине ул. Өсөнсө “С” элементына туҡталып, етәксе республикала Евразия иҡтисад үҙәге проектының тормошҡа ашырыла башлауын билдәләне. Һамар, Ульяновск, Һарытау, Пенза өлкәләре, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы менән  килешеүгә ҡул ҡуйылған. Яңы модель предприятиеларҙың ҡеүәттәрен берләштерергә һәм юғары сифатлы продукт етештерергә булышасаҡ. Премьер-министр шулай уҡ инфраструктураны яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм алға пландары менән уртаҡлашты.

“С-формуланың бишенсе элементы – экспорт эшҡыуарлығын дәртләндереү. Хөкүмәт етәксеһенең билдәләүенсә, был бизнесты ҡыҙыҡһындырасаҡ һәм уларҙың эшмәкәрлеген “һоро” зонанан сығарырға булышасаҡ, иң мөһиме - экспорт поставкалары күләме артасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас