

Был исемлекте “Рәсәйҙең 20 йылдағы төп ваҡиғалары” проектын әҙерләгән “Интернетты үҫтереү институты” коммерцияға ҡарамаған берекмәһе төҙөгән. Башҡортостандағы ваҡиғалар исемлегендә республиканың инвестиция йәлеп итеүҙәге ҙур алға китеше, шул иҫәптән төбәктә өҫтөнлөклө үҫеш шарттары тыуҙырған зоналар булдырылыуы әйтелгән. Бындай майҙандарға “Алға” махсус зонаһы ла инә.
“Алға” зонаһы эшләй башлағандан алып уның биләмәһендә инвестицияһының дөйөм күләме 25 миллиард һумдан ашҡан 12 резидент теркәлде. Беҙҙә проекттары Рәсәйҙә тиңе булмаған резиденттар ҙа бар. Мәҫәлән, “Биорон” компанияһы – ул В2 витамины етештерәсәк”, – ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Рәсәйҙең сәнәғәт етештереүе йүнәлешендәге иҡтисади зоналары араһында иң етеҙ үҫкән биләмә тип танылды.
Фото: bashinform.ru.
#КорпорацияразвитияРБ #командаХабирова #Правительстворазвития #КРРБ #точкавходаврегион #ОЭЗАлга