

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда сираттағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығындағы яңы башланғыстар ҡаралды.
“Башкирский холод” компанияһының директорҙар советы рәйесе Николай Онацкий Өфөлә “Башҡорт туңдырмаһы” предприятиеһы нигеҙендә яңы фабрика төҙөлөшө барышы тураһында һөйләне. Үҙгәртеп ҡороуҙың тәүге этабы тамамланған.
– Инвестпроект һөҙөмтәһендә беҙ ябылыу алдында торған етештереүҙе тергеҙҙек. Әле 56 төрҙә туңдырма етештерәбеҙ, республика баҙарына һәм федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына сығарабыҙ, – тине Николай Онацкий. – Быйыл эштең икенсе этабына күсергә әҙерләнәбеҙ.
Предприятиеның ҡорамалдар һатып алыуға сығымдары үҫеүен иҫәпкә алып, Инвестиция комитеты өҫтәмә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе хупланы. Башҡортостан Башлығы инвесторҙарға парктарҙа һәм йәмәғәт киңлектәрендә туңдырма һатыу өсөн сауҙа нөктәләренең дизайнын уйларға ҡушты.
“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Илдус Хәлитов малсылыҡ комплексын үҫтереү проектын тәҡдим итте. Һүҙ Мәләүез районында яңы технологик объекттар төҙөү, тоҡомло һыйыр малдарын арттырыу тураһында бара. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды. Республика ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ.
Өфө районында ҡатырға ҡаптар етештереү буйынса автоматлаштырылған завод проектын “Добрый картон” компанияһы директоры Денис Коткин тәҡдим итте. Йылына 70 миллион тонна ҡатырға етештерәсәк заводты төҙөүгә инвестициялар 280 миллион һум тәшкил итә. Илле яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. MadyArt компаниялар төркөмө ике тегеү предприятиеһын – өлкәндәр һәм балалар өсөн кейем тегеүсе “Фемина” һәм”Фортуна” предприятиеларын яңыртыу проектын тормошҡа ашыра. Цехтар Өфө, Бөрө һәм Салауат ҡалаларында урынлашасаҡ. “Фемина” предприятиеһы директоры Игорь Черненко билдәләүенсә, кейемгә ихтыяж ҙур, айырыуса интернет майҙандарында. Әммә әлегә квалификациялы тегенселәр етешмәй.
– Беҙ етештереүҙе яңыртыуҙы хуплайбыҙ, ҡорамалдарға, сеймал алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡбыҙ. Кадрҙар мәсьәләһе еңел сәнәғәт өсөн системаға әүерелде. Уны хәл итеүҙең бер юлы – яҡшы хеҙмәт хаҡы. Уны планлы рәүештә күтәреү мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.