Иҡтисад
21 Октябрь 2022, 16:30

Ҡазанға ла тура тимер юл буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән осрашты.

Ҡазанға ла тура тимер юл буласаҡҠазанға ла тура тимер юл буласаҡ
Ҡазанға ла тура тимер юл буласаҡ

21 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән осрашты.

Төбәк етәксеһе, ағымдағы йылдың туғыҙ айында тимер юл транспортының эш күрһәткестәре ыңғай динамика күрһәтә, тип билдәләне. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы ғинуар - сентябрҙә 2,7 миллион пассажир ташыған, был былтырғы кимәлдән 16,5 процентҡа күберәк.

- Республиканың Куйбышев тимер юлы менән хеҙмәттәшлеген өлгө итеп ҡуям. Башҡортостан Рәсәй тимер юлдары менән берлектә өс проектты тормошҡа ашыра. Һүҙ  Өфө - Күмертау - Ырымбур маршруты буйынса "Көньяҡ экспресс", Өфөнән Приют аша Абдуллаға "Көнбайыш экспресс" һәм Өфөнән Айғырға тиклем "Көнсығыш экспресс" проекттары хаҡында бара. Маршруттарҙы "Орлан" һәм "Ҡарлуғас" атамалы яңы составтар хеҙмәтләндерә.

Шулай уҡ төбәктә пассажирҙар платформаларын һәм бәләкәй вокзалдарҙы яңыртыу дауам итә. "Өфө" тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың беренсе этабын тамамлаған өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Ошо объектҡа инвестициялар күләме бер миллиард һум тәшкил иткән, - тине Радий Хәбиров.

Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев йөк ташыу күләмдәре һәм географияһы күбәйеүен, тимәк, етештереү күрһәткестәре лә артыуын билдәләп үтте. Атап әйткәндә, тимер юл хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 18 процентҡа артҡан һәм 61,5 мең һум тәшкил иткән.

- Республика менән үҙ-ара килешеп эш итеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Берлектәге хеҙмәт һөҙөмтәһендә компанияны үҫтереү стратегияһын уңышлы тормошҡа ашырыуға ышанабыҙ. Мәҫәлән, быйыл инвестициялар күләмен бер процентҡа арттырҙыҡ, ул 4,4 миллиард һумға етәсәк, - тине Вячеслав Дмитриев.   

Ул шулай уҡ Өфө менән Ҡазан, Өфө араһында тура бәйләнеш асыу пландары, шулай уҡ Сибайға, Магнитогорскиға яңы маршруттар булдырыу тураһында һөйләне.

Бынан тыш, осрашыуҙа Дим - Иглин участкаһында икенсе юл төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан Өфө тимер юл ҡулсаһы проектын да тикшерҙеләр. Был 2030 йылға ҡала яны тимер юл транспорты менән ташылған пассажирҙар һанын йылына 3,6-нан 6,5 миллион кешегә тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриевҡа республика иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас