Иҡтисад
21 Октябрь 2022, 09:30

Эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим

Башҡортостан экспортты үҫтереү йәһәтенән яҡшы тәжрибәгә эйә

Эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу мөһимЭшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим
Эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең әһәмиәте, ошо турала Андрей Белоусов менән һөйләшеүе тураһында яҙып сыҡты.

“Бизнес өсөн ҙурыраҡ мотивация тыуҙырған һайын, “ҡараңғы зона”ларҙан эшҡыуарҙарҙы күберәк сығарабыҙ, улар законлы рәүештә эшләй башлаясаҡ. Хәҙер беҙ быны эшләй алырлыҡ тарихи этапҡа аяҡ баҫтыҡ. Был – дөйөм федераль бурыс.

Башҡортостан экспортты үҫтереү йәһәтенән яҡшы тәжрибәгә эйә. Бөгөн “Рәсәйҙә эшләнгән” форумында ҡатнашыусылар ҙа быны раҫланы. Ошоға бәйле Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов менән уның Башҡортостанға сәфәре тураһында һөйләшеп килештек. Сифатлы программа әҙерләйбеҙ. Ул закондар сығарыу кимәлендәге үҙгәрештәргә бәйле мәсьәләләрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ.

Андрей Рэмович Белоусовҡа тағы ла ике тәҡдимемде әйттем. Уның етәкселегендә беҙҙең башланғыстар менән йылына бер кәңәшмә һәм федераль кимәлдәге бер сараны Башҡортостанда, Рәсәй экспорт үҙәге кимәлендә үткәреү файҙалы булыр, тигән фекерҙәмен.

Беренсе вице-премьер беҙҙең республикала ҡыҙыҡлы көнүҙәк башланғыстар байтаҡ булыуын билдәләне һәм эш сәфәре ҡылырға әҙерлеген белдерҙе”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас