Иҡтисад
21 Октября 2022, 03:40

Шарттар булдырылды, тимәк, һөҙөмтә лә көтөлгәнсә

“Алға” махсус иҡтисади зонаһы бөгөн нисек үҫешә һәм киләсәге ниндәй?

bashinform.ru.bashinform.ru.
Фото:bashinform.ru.

Башҡортостан иҡтисадының һуңғы йылдарҙағы яңы күренеше булған был зонаның барлыҡҡа килеүе, тупланыуы һәм киләсәккә йүнәлештәре тураһында беҙҙең гәзит даими яҙып бара. Бөгөн уның эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирергә мөмкин, ул ҡуйылған бурыстарҙы үтәйме, республика иҡтисадына йоғонтоһо ниндәй кимәлдә?

 

Тарихы ҙур түгел, әммә...

 

Эйе, был махсус иҡтисади зона­ның барлыҡҡа килеүе күптән түгел генә булды тиһәң дә ярайҙыр – Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин “Алға” зонаһы булдырылыуы тураһындағы ҡарарға 2020 йылдың 27 майында ҡул ҡуйғайны. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән ошо биләмә республиканың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында билдәләнде. Махсус иҡтисади зона участкаларының (һәр районда икешәр) майҙаны – 470 гектар. Улар дүрт айырым­ланған өлөштән тора, сөнки бындай шарт предприятиеларҙы кластер төрөнә һәм тармаҡтарға, шулай уҡ технологиялар һәм сеймал базаһының оҡшашлығына ҡарап урынлаштырыу мөмкинлеге бирә.

Бында урынлашыу резидент­тарға ниндәй өҫтөнлөктәр бирә? Уларға ер майҙанын ҡур­тымға алғанда ташламалар яһала, һалымды аҙыраҡ түләү мөмкинлеге һәм таможня өҫтөнлөгө алалар, тиҙ­ләтелгән амортизацияны файҙаланыу форсаты тыуҙырыла. 

Был зона асылыр алдынан уҡ уның буласаҡ ете резиденты инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ниәт белдергәйне. Улар иҫәбендә нефть химияһы, при­борҙар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары булды. Бер үк ваҡытта тағы  ла 11 инвестор менән һөйләшеүҙәр башланды.

– “Алға” махсус иҡтисади зонаһы “Стәрлетамаҡ – Ишембай – Салауат” агломерацияларын үҫтереүгә, унда заманса етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереүгә көслө этәргес бирер тип ышанам, – тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, эш хаҡы, бюджетҡа һалым артасаҡ.

Етештереүселәр арта бара

 

Бөгөнгә “Алға” иҡтисади зона­һын­да 12 резидент теркәлгән, улар иғлан иткән инвестиция күләме 25,7 миллиард һум тәшкил итә, уларҙы тормошҡа ашырыу 1733 яңы эш урыны асыу мөмкинлеге тыуҙырасаҡ.

Яңыраҡ ошо зона майҙан­сы­ғында Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, зонаның идарасы компанияһы булған Үҫеш корпо­рацияһы, Ишембай районы хакимиәте, Төбәк проект офисы һәм бындағы резиденттар вәкил­дәре ҡатнашлығындағы эш кәңәшмәһе уҙғарылды. Сарала инфраструктураны йыһазландырыу һәм предприятиелар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ 3-сө майҙансыҡтағы етештереү урындарына автомобиль менән килеү мөмкинлеген, 1-се һәм 2-се майҙансыҡтарҙа юлдар һалыуҙың нисек үтәлеүен ҡаранылар.

Резиденттар менән әңгәмә барышында “М Синтез” компанияһы эксперттарға үҙ майҙансығында дизель яғыулығы өсөн цетанды арттырыу присадкалары етештереү буйынса завод төҙөлә башлауы тураһында һөйләне. Бөгөнгә инвестор ошо проектҡа 1,1 миллиард һум тотонған. Ә был объектҡа инвестицияның дөйөм күләме алты миллиард һумға етәсәк.

Беренсе майҙансыҡта “Аркада” компа­нияһы (был коллективтың тәҡдимдәре һәм эшмәкәрлеге тураһында ла гәзитебеҙ бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайны) бирсәткә етештереү цехы төҙөлөшөн тамамлап килә, ул бер айҙан эшләй башлар тип күҙаллайҙар. Цехта 100 эш урыны булдырыла. Был компания уңайлы, сифатлы һәм заманса эш кейеме етештереүгә махсуслашҡан, уның продукцияһы “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан сода компанияһы”, “РОССЕТИ”, “Евросибэнерго” кеүек ҙур компанияларға оҙатыла.

“Эш кейеме комбинаты” компаниялары төркөмөнә ингән “Аркада” йылына биш миллион пар бирсәткә етештерә аласаҡ, биналар һәм ҡорамалдар әҙер, әле хеҙмәткәрҙәр яллайҙар. Беҙ “Алға” зонаһында эшҡыуарҙар тыныс һәм ышаныслы үҫә алһын өсөн шарттар тыу­ҙырырға тырыштыҡ. Бының һәйбәт һөҙөмтәләр биреүе өсөн шатмын. Уңыштар теләйем!” – тип яҙҙы был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ошо уҡ биләмәлә “ЗАСПОРТ фабрикаһы” компанияһы спорт кейемдәре етештереү пред­приятиеһы төҙөлөшөн алып бара. Ул киләһе йылдың башында продукция бирә башлаясаҡ.

 

Абруй эш менән раҫлана

 

Өфөлә үткәрелгән “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы тураһында хәбәр иткәйнек инде, унда тотороҡло үҫеш маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйен­ләнгән инфраструктура майҙансыҡ­тары моделен индереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре “Алға” махсус иҡтисади зонаһы миҫалында үткәрелде. Тимәк, был ҙур иҡтисади проекттың абруйы арта бара.

– Сәнәғәт инфраструктураһын тотороҡло үҫтереү моделен “Алға” махсус иҡтисади зонаһы эшмә­кәрлегенә индереү беҙҙең республика өсөн абруйлы булып тора, – тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Был баш­ланғыстарҙы индереү мәлендә белгестәр яһаған аудит һөҙөм­тәләре беҙҙең инфраструктура майҙансыҡтарының мәғлүмәт ресурстарына ҡуйылды ла инде. Беҙ ошо йүнә­лештәге системалы эште дауам итәсәкбеҙ.

Ошо оҫталыҡ дәрестәренән һуң “Технополис Москва” махсус иҡтисади зонаһы менән “Алға” зонаһы Әрмәнстандың “Мегри” һәм “Альянс” азат иҡтисади зоналары менән хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы.

 

“Алға” зонаһына “Гомель-Ратон” килде

 

Был зона тураһындағы яңылыҡ­тарҙың  иң һуңғыһы – Беларусь Республикаһының эшлекле даирә­ләре делегацияһының рәсми сәфә­ре сиктәрендә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Гомель-Ратон” ирекле иҡтисади зонаһы менән килешеү төҙөлөүе.

Был документҡа ярашлы, “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идара итеүсе компа­нияһы булған Үҫеш корпорацияһы һәм “Гомель-Ратон” хакимиәтенең берлектәге эшмәкәр­леге үҙ-ара ярҙам саралары тура­һындағы мәғлүмәттәр менән алмашынып торасаҡ, берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырасаҡ, республикалар биләмә­һендә сит ил инвесторҙары ҡатнаш­лығындағы предприятиелар асыу менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ эшлекле даирә­ләрҙе Башҡортостан һәм Беларусь респуб­ликалараның инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу өсөн төрлө саралар үткәрәсәк.

Күптән түгел investrb.ru сайты хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Инвестиция мөхите буйынса милли рейтингында ил төбәктәре араһын­да бишенсе урынды биләй. Был – Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек һәм башҡа ҡеүәтле иҡтисади комплекстары менән бер майҙан­дағы көнәркәшлек күҙле­генән ҡарағанда, юғары күрһәткес, һәм уның түбән төшмәҫенә, артабан камиллаша барыуына ышаныс бар, был өлкәлә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ҙур роль уйнай.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас