

Рәсәй Федерацияһында йәшәгән һәр кем, матди хәленең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һалым түләргә бурыслы. Быйыл ғәмәлде 1 декабргә тиклем атҡарырға кәрәк.
Был – милек, ер һәм транспортҡа, йәғни фатирға, дачаға, гараждарға, ер участкаһына, машинаға йәки башҡа күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һалым түләргә кәрәк, тигән һүҙ. Бурысты атҡарыуы ауыр түгел. Мәҫәлән, әлегә тиклем һалым белдереүе килмәгән икән, уны йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә, күп функциялы үҙәктә, һалым хеҙмәтендә, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин. Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин.
Һалымдарҙы үҙ ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Шулай итеп, был бурыс үтәлмәһә, Рәсәйҙең Һалым кодексының 75-се статьяһына ярашлы, граждан пеня түләргә тейеш. Ә фискаль түләүҙәрҙе атҡармаған өсөн, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, штраф түләттерәләр.
Һалым түләүҙәрен кисектереү осраҡтары бар. Был хоҡуҡ ғариза яҙыу тәртибендә тормошҡа ашырыла. Быға Рәсәй Һалым кодексының 64-се статьяһы нигеҙ була ала. Тик бурысты ҡаплау ваҡыты 12 календарь айҙан артырға тейеш түгел, әммә был сәбәптәрҙең дә документтар менән раҫланыуы зарур. Мәҫәлән, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендәге матди зыян, бюджеттан күсерелгән аҡсаны билдәләнгән ваҡытта алмау, бурысты тулыһынса түләгәндә көрсөктә ҡалыу ихтималлығы, ауыр матди хәл һәм башҡалар. Банк иҫәбе тураһындағы белешмә, килешеүҙәр күсермәләре, зыян тураһындағы акт һәм башҡалар был хәлгә дәлил буласаҡ. Ошо ҡарарҙы ҡабул итеү йәки баш тартыу тураһындағы ҡарар 30 көн эсендә хәл ителә.
Фото: oren.mk.ru