Иҡтисад
22 Октябрь 2022, 08:30

Ҡайһы осраҡтарҙа һалым балалар өсөн дә түләнә?

Бәлиғ булмағандар өсөн һалымды өлкәндәргә ҡаралған түләү ысулдары аша атҡарырға була.

Ҡайһы осраҡтарҙа һалым балалар өсөн дә түләнә?Ҡайһы осраҡтарҙа һалым балалар өсөн дә түләнә?
Ҡайһы осраҡтарҙа һалым балалар өсөн дә түләнә?

Балалар өсөн һалым түләүгә килгәндә, әгәр уға, мәҫәлән, фатирҙың бер өлөшө йәки яртыһы тура килә икән, түләргә кәрәк. Бынан тыш, әсәлек капиталы йәки мираҫ буйынса бәлиғ булмаған балаларҙың күсемһеҙ милке йәки транспорт сараһы булырға мөмкин. Һалым күләме иһә йәшкә ҡарамай. Улар өсөн был бурысты ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре атҡара.

Бәлиғ булмағандарға һалым льготалары ҡаралғанмы? Айырым категория бәлиғ булмағандар өсөн федераль ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, инвалид балалар милектең һәр төрөнөң бер объекты өсөн һалым түләмәй, ер һалымы буйынса бер ер участкаһының һалым һалынмаған 600 квадрат метры өсөн кадастр хаҡтың ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, һалым льготаларының тулы исемлеге менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Милек һалымы буйынса ставкалар һәм льготалар белешмә мәғлүмәттәре” хеҙмәтендә танышырға мөмкин.

Бәлиғ булмағандар өсөн һалымды өлкәндәргә ҡаралған түләү ысулдары аша атҡарырға була.

Әсәй ҙә, атай ҙа бала өсөн бер үк кимәлдә закон алдында яуап бирә, шуға һалымды ваҡытында түләмәһәләр, икеһенең иҫәбенән дә аҡса алынасаҡ. Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн бурысты ваҡытында түләгеҙ. Был – һәммәбеҙҙең дә мөҡәддәс бурысы.

Фото: svao-online.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас