Иҡтисад
22 Октябрь 2022, 11:00

Үҙеңә эшләүе күңелле

Ярҙамсы хужалыҡ алып барғандарға йылына 1-5 процент менән льготалы кредиттар бирелә башланы.

Үҙеңә эшләүе күңеллеҮҙеңә эшләүе күңелле
Үҙеңә эшләүе күңелле

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә үҙмәшғүлдәр тураһында яҙып сыҡты.

"Йыл башынан Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 32 мең кешегә артҡан. Республика Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре ошоно раҫлай. Уларҙың һаны 104,6 мең кеше тәшкил итте - был 2021 йылдың аҙағына ҡарағанда 44,1 процентҡа күберәк.

Үҙенә эшләгәндәр араһында - төҙөлөш өлкәһендә мәшғүлдәр, пассажир ташыусылар, мәғлүмәти хеҙмәт күрһәтеүселәр һәм үҙ производствоһы булғандар. Түләүселәрҙең дөйөм килеме 19 миллиард һум тәшкил иткән, бюджетҡа күсерелгән һалымдың суммаһы - 710 миллион һум.

Мәшғүллек режимы - ул үҙ-үҙен яҡшы күрһәткән аҡса эшләү механизмы. Ул граждандарға бәләкәй һәм урта бизнес менән бер рәттән дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Быйыл эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә яҡынса 960 миллион һум аҡса йүнәлттек.

Быйылғы йылдың сентябренән үҙмәшғүлдәрҙең үҙ продукцияһын ял көнө йәрминкәләрендә һәм фестивалдәрҙә ваҡытлыса павильондарҙа, шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән һатыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Ярҙамсы хужалыҡ алып барғандарға йылына 1-5 процент менән льготалы кредиттар бирелә башлаған. Был 12 йылға тиклем ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән һәм инвестицион займдарға ла ҡағыла. Был аграрийҙарға продукция күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны планға ярашлы арта, был, әлбиттә, хеҙмәт баҙарында һәм төбәк иҡтисадында ыңғай сағылыш таба. Уларға артабан да ярҙам күрһәтербеҙ", - тип яҙған Андрей Назаров.

Фото vk.com/wall555400080_1781

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас