Иҡтисад
23 Октябрь 2022, 11:00

Дөйәғоштарҙы... вертолеттан эҙләйәсәктәр

Улар сәғәтенә 70 км тиҙлек менән йүгерә ала

Дөйәғоштарҙы... вертолеттан эҙләйәсәктәрДөйәғоштарҙы... вертолеттан эҙләйәсәктәр
Дөйәғоштарҙы... вертолеттан эҙләйәсәктәр

UFA1.RU   хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Торатау аҫтындағы ферманан ҡасҡан дөйәғоштарҙы эҙләү башланған.

Ферма вәкиле һөйләүенсә, дөйәғоштар йома көндө үк ҡасҡан. Улар нимәнәндер ҡурҡып, ҡойманы емергән һәм китеп барған.

- Уларҙы нимәлер ныҡ ҡурҡытҡан. Уның ниндәйҙер эре йәнлек булыуы мөмкин. Кешеләрҙән, эт йә төлкө кеүек бәләкәй хайуандарҙан ҡурҡмайҙар. Был улар өсөн ғәҙәти булмаған күренеш, - тиҙәр ферма эшселәре.

Страустарҙың берәүһен ихатала тапҡандар, икенсеһе ферманан 30 саҡрымда булғаны асыҡланған. Өсөнсөһө ғәйеп булған.

— Яңыраҡ берәү шылтыратты һәм 40 саҡрым алыҫлыҡта бер йәнлекте күреүҙәрен әйткән. Улар уны тәүҙә болан тип уйлаған, тик тасуирлау буйынса беҙҙең ҡош икәне күренә, - тигәндәр фермала.

Ҡасҡан дөйәғошто вертолет ярҙамында эҙләйәсәктәр.

Дөйәғоштоң бейеклеге ике метр ярымға барып етә, ауырлығы 200-300 кг тирәһе. Хәүефкә юлыҡҡан осраҡта ул ҡаса, йүгереүенең тиҙлеге сәғәтенә 50-70 саҡрымға етә, унан артыуы ла мөмкин.

Фото һәм текст сығанағы: UFA1.RU   

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас