Иҡтисад
24 Октябрь 2022, 14:30

Форумда ҡояш электр станцияһы тоҡанасаҡ

Рәсәй энергетика форумында ниндәй саралар ҡаралған?

Форумда ҡояш электр станцияһы тоҡанасаҡФорумда ҡояш электр станцияһы тоҡанасаҡ
Форумда ҡояш электр станцияһы тоҡанасаҡ

Иртәгә Рәсәй энергетика форумы барышында Ағиҙел ҡалаһындағы электр станцияһы тоҡандырыласаҡ.

Был сара 26 октябрҙән 28-нә тиклем ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәһендә барасаҡ. Ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Эшлекле программа 30-ҙан ашыу саранан тора, уларҙы Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән 250 спикер алып барасаҡ.

“Бөгөн энергетикалағы хәл импортҡа алмаш шарттары менән билдәләнә, илдең энергетика хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уны мөмкин тиклем күберәк йәнләндереү мөһим. Башҡортостанда был процесс алғараҡ та китте. ERSO холдингы Өфө траснформатор заводын һатып алғас та беҙ республика биләмәһендә етештерелгән трансформаторҙар теҙмәһен киңәйттек. Предприятие бөтә төр ҡеүәттәге трансформаторҙар һәм реакторҙарҙы етештерергә планлаштыра. Рәсәйҙә беренсе электротехник кластер булдырыу ҙа уңышлы тормошҡа аша бара. Энергетика форумында беҙгә тәү сиратта ил энеретикаһын тышҡы янауҙар шарттарында үҫтереү стратегияһын эшләргә кәрәк”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Рәсәй энергетика форумы Өфөлә 21-се тапҡыр үткәрелә. Йыйын аҙағында ышаныслы һәм өҙөклөкһөҙ энергия тәьминәтенә өлгәшкән иң яҡшы предприятиелар “Алтын таяныс-2022” конкурсы еңеүселәре тип иғлан ителәсәк.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас