

25-26 октябрҙә Өфөлә “БлагоСостояние#Дома” “Хеҙмәт баҙарының киләсәге” төбәк-ара форумы уҙғарыла. Проект республика Башлығы грантына Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Ил иҡтисадын яңы ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырыу, эске баҙарҙың позицияларын һаҡлап ҡалыу төп тема була. Унда ҡатнашыусылар иҡтисади тотороҡлолоҡто һәм йәшәйеште тәьмин итеүҙең төп факторҙары буйынса фекер алышасаҡ. Форумда дәүләт власы органдары, ҙур эшҡыуарлыҡ, профсоюз, йәштәр берләшмәләре, үҫеш институттары, фондтар, юғары белем биреү һәм ғилми ойошмалар вәкилдәре, бизнес-шерифтар ҡатнаша.
Сара Өфөләге конгресс-холда уҙғарыла. Ҡатнашыу өсөн http://благосостояниедома.рф һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк.
Фото: благосостояниедома.рф