Иҡтисад
24 Октябрь 2022, 09:30

Күләмле проект тормошҡа ашырыла

Республикала шыйыҡ тәбиғи газ етештереү комплексын асмаҡсылар

Күләмле проект тормошҡа ашырылаКүләмле проект тормошҡа ашырыла
Күләмле проект тормошҡа ашырыла

Үҫеш корпорацияһы Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырған “ГСПГТ” компанияһының инвестиция проекты күләмле тип танылды. Сираттағы “Инвестиция сәғәте” ултырышында проектҡа ошондай статус бирергә ҡарар ителде. Ул инвесторға шәхси ярҙам сараларынан файҙаланыу, атап әйткәндә, сауҙалашыуһыҙ ер бүлеме алыу мөмкинлеген бирәсәк. Күптән түгел Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы башланғысты Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индергәйне.

– Инвестор республикала шыйыҡ тәбиғи газ етештереү комплексын урынлаштырырға, проектҡа 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятиела 25 яңы эш урыны булдырыла, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Белгестәр финанс моделен, бизнес планын төҙөнө, шулай уҡ бөтә документтарҙы әҙерләне. Беҙ производство эшләй башлағанға тиклем инвесторға бушлай ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ.

Әйткәндәй, күләмле тип танылыу өсөн проект ҡайһы бер талаптарға яуап бирергә: төбәктең Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелергә, кәмендә 25 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш. Бынан тыш, проект инициаторы уның хаҡының кәмендә 50 процентын финанслай алыуы шарт.

Фото: pravitelstvorb.ru/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас