Иҡтисад
24 Октябрь 2022, 07:30

Мөһим бурыс – импортты алмаштырыу

Сәнәғәт предприятиелары яңы технологияларҙы әүҙем үҙләштерә

Мөһим бурыс – импортты алмаштырыуМөһим бурыс – импортты алмаштырыу
Мөһим бурыс – импортты алмаштырыу

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә агросәнәғәт комплексы предприятиеларындағы яңы технологиялар тураһында яҙып сыҡты.

“Башҡортостандың агросәнәғәт комплексындағы ремонт предприятиелары һәм ҡайһы бер сәнәғәт производстволары ауыл хужалығы техникаһына, шул иҫәптән сит ил иген йыйыу комбайндарына запас частар әҙерләүҙең һәм иҫкергән деталдәрҙе йүнәтеүҙең яңы технологияларын үҙләштерҙе.

Бындай ҡарарҙар ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендә импортты алмаштырыуҙы үҫтереү буйынса илебеҙ Президенты Владимир Путин ҡуйған бурысҡа ярашлы тормошҡа ашырыла. Деталдәр ассортименты 42 төрлө ауыл хужалығы техникаһына ике мең запчастан тора. Эшкә республиканың 34 предприятиеһы йәлеп ителгән.

Был процеста агросәнәғәт комплексын техник яҡтан яңыртыу төбәк программаһы ҙур әһәмиәткә эйә, уға ярашлы ремонт предприятиеларына етештереү эшмәкәрлеге өсөн ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың 40 проценты ҡапланды. Өс йылда компанияларға 200 миллион һум самаһы аҡса бүленде.

“Башагромаш” тупраҡты эшкәртеү ҡорамалдарын етештереүҙе үҙләштерә башланы. Ишембай машиналар эшләү заводы төрлө тәғәйенләнештәге трактор тағылмаларын етештереүҙе үҙләштерә.

“Арт-Агро” нигеҙендә заманса иген таҙартыу машиналарын етештереү ойошторолған.

“Интегралы диагностика системалары һәм технологиялары” һәм “Формула” компанияһы сит ил ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән тракторҙар, иген йыйыу комбайндары, үҙ йөрөшлө сапҡыстар, сәсеү комплекстары өсөн электрон компоненттарҙы тергеҙеү технологияларын үҙләштерҙе. Яңы универсаль электрон идара итеү блоктары әҙерләнә”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

 

Мөһим бурыс – импортты алмаштырыу
Мөһим бурыс – импортты алмаштырыу
Мөһим бурыс – импортты алмаштырыу
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас