Иҡтисад
24 Октябрь 2022, 17:30

Юл тармағына мөһим бурыстар ҡуйылды

Миҙгел тамамланып килә, шуға күрә эште әүҙемләштереү шарт.

Юл тармағына мөһим бурыстар ҡуйылдыЮл тармағына мөһим бурыстар ҡуйылды
Юл тармағына мөһим бурыстар ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйыл автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү, реконструкциялау буйынса территориаль заказды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Премьер-министр билдәләүенсә, юлдарҙы тәртиптә тотоуға, төҙөкләндереүгә, төҙөүгә һәм реконструкциялауға йыл һайын байтаҡ аҡса бүленә.

– Республиканың Юл фонды былтыр 29 миллиард һум булған. Был аҡса тулыһынса тиерлек үҙләштерелгән. Быйыл юл фондының дөйөм күләме Башҡортостанда рекордлы булды. Ул 35 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, былтырғы менән сағыштырғанда 20 процентҡа тиерлек артҡан. Миҙгел тамамланып килә, шуға күрә эште әүҙемләштерергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.

Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков ошо өлкәләге территориаль заказды үҙләштереү тураһында һөйләне. Фекер алышыуҙы тамамлап, Андрей Назаров күрһәтмә бирҙе.

– Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына быйыл территориаль заказды тулыһынса һәм ваҡытында үҙләштереү йәһәтенән муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эште тәьмин итергә. Муниципаль берәмек хакимиәттәренә 15 ноябргә тиклем быйыл сафҡа индерелергә тейешле юл хужалығы объекттарында эште тамамларға, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас