

“Һалым түләргә лә ваҡыт етте. Уны балалар өсөн дә түләргә кәрәкме? Ошо хаҡта ентекләберәк яҙһағыҙ ине.
Ф. МАНСУРОВА.
Әбйәлил районы”.
– 2021 йылда баланың ниндәй ҙә милке булһа, уның өсөн 2022 йылдың 1 декабренә тиклем һалым түләнергә тейеш. Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, был фатир, бүлмә, йорт, шул иҫәптән торлаҡ булмаған бина булырға мөмкин. Мәҫәлән, һарай йәки сауҙа кибете өсөн дә түләү кәрәклеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, ер майҙаны, машина, махсус техника өсөн дә һалым ҡаралған.
Был бурысты атҡарыуҙың түбәндәге юлдары бар. Беренсенән, Рәсәй Һалым федераль хеҙмәте сайтындағы “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисы аша ҡарай һәм түләй алаһығыҙ.
Икенсенән, “Физик шәхестәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһында ла шулай уҡ һалым буйынса бурысты ҡарап була һәм уны банкта түләргә мөмкин.
Өсөнсөнән, был бурысты Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәрҙең милек һалымдарын һәм иғәнәләрен түләү” сервисы аша берҙәм түләү документы ярҙамында атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында ла һалым түләү мөмкинлеге бар. Банктарҙың онлайн-сервисы төрлө түләүҙәрҙе атҡарыу, шул иҫәптән һалым түләү өсөн дә уңайлы.
Һалым буйынса бурыс менән Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға була. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар.
Әйткәндәй, милеккә, ергә, транспортҡа, һалым агенты кешеләрҙең килеменә һалымды тотоп алып ҡалмаған осраҡта, уға һалымды түләү мотлаҡ. Юғиһә уны ҡапламаған йәки тулыһынса түләмәгән осраҡта, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, яуаплылыҡ ҡаралған. Был осраҡта һалым органы һалымды һәм пеняны түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә ебәрә. Әгәр ошо талап та үтәлмәһә, судҡа бирә. Хоҡуҡ һаҡлау органы ҡабул иткән ҡарар нигеҙендә һалым бурыслының килеменән тотоп алып ҡалына йә суд приставтары хеҙмәте тарафынан түләттерелә. Улар шулай уҡ төрлө сикләү сараларын тормошҡа ашыра ала. Мәҫәлән, бурыслының банк картаһын файҙаланыуҙы сикләүҙәре йә уның мөлкәтенә арест һалыуҙары ихтимал.
Балалар өсөн һалым түләүгә килгәндә, әгәр уға, мәҫәлән, фатирҙың бер өлөшө йәки яртыһы тура килә икән, уның өсөн ата-әсәһенә йәки опекаға алыусыларға түләргә тура киләсәк. Был – бурыс һәм граждандың йәшенә ҡарамай.
Әйткәндәй, “Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләрҙең ғәмәлгә инеүенә бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ҡаралған:
l күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү;
l күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем булған ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилгә 50 процент күләмендә һалым түләү (ике һәм унан да күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап);
l шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилгә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).
Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу фарыз. Һалым бурысын 1 декабргә тиклем түләү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА