

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин менән осрашты.
“Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы менән хеҙмәттәшлегебеҙ һөҙөмтәле бара. Республиканың күп предприятиелары ошо берләшмәлә ағза булып тора, байтаҡ компаниялар инергә йыйына. Тимәк, союздың эше йоғонтоло”, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың йоғонтололоғо буйынса Рәсәй рейтингында беренсе урынды тота.
“Беҙ был ҡаҙаныш менән ғорурланабыҙ. Һуңғы бер нисә йылда сәнәғәтте үҫтереү менән системалы рәүештә шөғөлләнәбеҙ. Тармаҡ мәсьәләләре “Сәнәғәт сәғәте”ндә даими тикшерелә. Бынан тыш, урта звено дәүләт һөнәри белем биреү учреждениаларын һаҡлап ҡалдыҡ, улар республикала 96. Квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн етди база булып торалар”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru