Иҡтисад
25 Октябрь 2022, 15:15

Был мөхитте артабан яҡшыртыу юлдары бар

Ултырышта ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Был мөхитте артабан яҡшыртыу юлдары барБыл мөхитте артабан яҡшыртыу юлдары бар
Был мөхитте артабан яҡшыртыу юлдары бар

Өфөлә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышы үткәрелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса эшмәкәрлек ҙурыраҡ иғтибар талап итә, сөнки Башҡортостан үҙенә Төбәк инвестиция стандартын ваҡытынан алда индереү буйынса йөкләмәләр алды.

“Әлеге ваҡытта беҙҙең команда ошо стандарттың барлыҡ элементтарын тормошҡа ашырҙы: инвестдекларация, инвесткомитет, инвесткарта, инвестиция үҫеше комитеты һәм инвестиция ҡағиҙәләре тупланмаһы. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция комитетының эше, "Милли рейтинг-2022" йомғаҡтарына ярашлы, иң яҡшы практика тип табылды, ә беҙҙең Инвестиция картаһы быйыл августа Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов үткәргән кәңәшмәлә стандарттың бөтә талаптарына яуап биргән иң яҡшы бишәү иҫәбендә телгә алынды. Тик беҙ ошо урында туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, сөнки был механизм артабанғы үҫеште күҙ уңында тота”, – тине Рөстәм Моратов.

Бөгөн республикала эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу эше түбәндәге төп йүнәлештәр буйынса бара:

  1. Милли рейтингтың иң яҡшы ғәмәлдәрен индереү һәм селтәрле графика саралары комплексын тормошҡа ашырыу.
  2. Бизнесты алып барыуҙы ябайлаштырыуҙың маҡсатлы моделдәрен индереү һәм төбәктең ылыҡтырыу көсөн арттырыу.
  3. Инвестиция ҡануниәтен камиллашырыу.
  4. Төбәк инвестиция стандарты элементтарын индереү.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас