

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта туҡыу һәм тегеү өсөн махсус программа тәьминәте һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидия биреү тәртибен яңыртыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралған.
— Республикала был тармаҡҡа 311 предприятие ҡарай. Ҡулланыусылар һәм сәнәғәт-техник продукцияһының киң ассортиментын етештерәләр. Уларҙың продукцияһы автомобиль, авиация, ауыл хужалығы, химия һәм башҡа тармаҡтарҙа, шулай уҡ төҙөлөштә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыла. Халыҡ араһында ла был тауарҙарға ихтыяж ҙур. Тармаҡты артабан үҫтереү өсөн төрлө профилле технологик ҡорамалдар паркын яңыртыр кәрәк. Был проблемаларҙы хәл итеү варианттарының береһе – еңел сәнәғәт предприятиелары өсөн заманса ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау. Бындай программа республикала быйыл тормошҡа ашырыла башланы, әлеге сара сиктәрендә 263 миллион һумдан ашыу аҡсаға дүрт мең берәмек самаһы етештереү ҡорамалдары һатып алынған. Бындай субсидияны оҙайтыу кәрәклеген билдәләге килә, — ти Андрей Назаров.
Субсидия алыусылар уның менән етештереү ҡорамалдары һәм программа тәьминәте һатып алыуға киткән сығымдарҙың 20 процентын ҡаплай ала. Бер етештереүсегә 10 миллион һум ярҙам бүлеү ҡаралған. Эш хаҡы кимәлен һаҡлау, яңы эш урындары булдырыу йәки һаҡлау эш күрһәткесе тип баһалана.
— 2020 йылдан 2021 йылға тиклем еңел сәнәғәт предприятиелары ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алған. Был бәйләү, киҫеү, сигеү машиналары. Республика ойошмаларға сығымдарҙың 100 миллион һум күләмен ҡаплаған.
2020-2021 йылдарҙа субсидия алған предприятиелар тейәлгән продукция күләменең 31 процентҡа тиклем артыуын күрһәткән, — тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, еңел сәнәғәт тармағында ҡорамалдар алырға теләүселәр етерлек. Ведомство үткәргән мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 45 предприятие дөйөм суммаһы 200 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән аҡсаға 350 берәмек тегеү ҡорамалдары һатып алған.
Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына предприятиелар менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалырға, уларға субсидия биреү шарттары тураһында мәғлүмәт бирергә һәм тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Һылтанма: https://pravitelstvorb.ru/news/19224/
Фото: Башҡортотан Хөкүмәте сайтынан алынды.