

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “БлагоСостояние#Дома” төбәк-ара форумы эш башланы, тип хәбәр иткәйнек. Сарала дәүләт власы, бизнес, профсоюздар, бизнес-шерифтар, йәштәр берләшмәләре, үҫеш институттары, фондтар, юғары белем биреү һәм ғилми ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.
Бөгөн пленар кәңәшмә булды. Унда ил иҡтисадының яңы ысынбарлыҡҡа тиҙ күнегеүе, эске баҙарҙы һаҡлау кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Сарала Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм башҡалар сығыш яһаны.
Ошо уҡ көндә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына союздың маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.