

Башҡортостандың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты (Мәскәү ҡалаһы) Рәсәй Финанс министрлығы һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советы менән берлектәге эшмәкәрлеккә ярашлы, 2022 йылда граждандар өсөн бюджет бүлеү буйынса проекттарҙың федераль конкурсына йомғаҡ яһаны.
2022 йылда федераль конкурста Рәсәйҙең 56 төбәгенән 386 проект ҡатнашты. Республиканан 35 эш тәҡдим ителгән.
- Конкурстың маҡсаты – ябай һүҙҙәр менән бюджеттың нимә икәнен һәм уның нисек ойошторолоуын күрһәтеү, аңлатыу, шулай уҡ Рәсәй граждандарының бюджет грамоталылығын күтәреү, граждандарҙы бөтә кимәлдәрҙә бюджет ҡарарҙары ҡабул итеү механизмдарына йәлеп итеү, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Призлы урындарҙы Башҡортостандан һигеҙ конкурс проекты яуланы:
а) физик берәмектәр араһында:
- «Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим» номинацияһындағы дипломға – конкурс проекты авторҙары төркөмө: Хәкимова Эльвира Фәнил ҡыҙы, Ғәйнетдинова Лилиә Мөхәмәтулла ҡыҙы, Исламова Лилиә Зәбир ҡыҙы;
- «Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр» номинацияһындағы дипломға – Дроздова Надежда Юрьевна, Рамазанова Дилноза Морат ҡыҙы, Семирякова Анна Алексеевна;
б) юридик шәхестәр араһында:
- «Граждандар өсөн иң яҡшы тармаҡ бюджеты проекты» номинацияһындағы дипломға – Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы хакимиәтенең финанс идаралығы;
- «Бюджет ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса иң яҡшы тәҡдим» номинацияһындағы дипломға – Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең финанс идаралығы;
- «Граждандар өсөн иң яҡшы тармаҡ бюджеты проекты» номинацияһындағы дипломға - Мәләүез районы муниципаль белем биреү учреждениеларының үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы;
- «Бюджет һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр» номинацияһындағы дипломға – Йылайыр районы хакимиәтенең финанс идаралығы;
- «Рәсәй Федерацияһы бюджеты һәм милли үҫеш маҡсаттары» номинацияһындағы дипломға – Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең финанс идаралығы;
- «Граждандар өсөн бюджет буйынса иң яҡшы мәғлүмәт панель (дашборд)» номинацияһындағы дипломға - Мәләүез районы хакимиәтенең финанс идаралығы.
Республиканан тәҡдим ителгән башҡа конкурс проекттары авторҙары федераль конкурста ҡатнашыусы сертификаттарына лайыҡ булған.
Башҡортостандың Финанс министрлығы конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерә, киләһе йылда уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләй!