

Туймазы ҡалаһында урынлашҡан "Экология-Т" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороу эшен дауам итә.
Быға тиклем пластик шешәләр һәм алюмин банкалар йыйыу өсөн махсус 220 контейнер ҡуйылған булһа, бөгөн был контейнерҙар барлыҡ майҙансыҡтарға урынлаштырылған. Бынан ары “Экология-Т” төбәк операторы райондың һәр ауылына ошондай уңайлыларҙы ҡуясаҡ.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра:
1) икенсел сеймалдың файҙалы өлөштәрен айырым туплау;
2) халыҡты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу инфраструктураһы менән тәьмин итеү;
3) халыҡ араһында экологик мәҙәниәттең формалашыуына булышлыҡ итеү.
Әйтәйек, ҡаланың күп кенә бейек йорттары һәм шәхси ихаталарында ғәҙәти контейнерҙар менән бер рәттән пластик шешәләр, алюмин әйберҙәр өсөн һауыттар ҡуйылған. Әммә уларға ниндәй ҡаты көнкүреш ҡалдығын һалырға кәрәклеген барыһы ла белеп бөтмәй. Шуға уларға сүп-сарҙы бүлеү буйынса күрһәтмәләр яҙылған төҫлө мәғлүмәт билдәләре эленде.
Төбәк операторының артабанғы эш йүнәлеше – ҙур контейнерҙарҙы замансаға алмаштырыу. Бөгөнгә яңы ҡыҙғылт-һары контейнерҙар һатып алынған һәм ҡуйылған, улар ҡаланың барлыҡ махсус майҙансыҡтарында урынлаштырылған. Хәҙер ПЭТ контейнерҙары һәм алюмин һауыттар заманса технологияға ярашлы эшләнгән — сүп-сарҙы ҡапҡасты асмайынса ғына ташлайһың.
Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу процесы уңайлы булырға тейеш. Тәжрбиә шуны күрһәтте – халыҡ контейнерҙарҙы күп осраҡта функционаллеге буйынса ҡулланмай, барыһын да бергә ташлай. Бигерәк тә был йәйге-көҙгө осорҙа һиҙелә, айырыуса көҙ үҫемлек ҡалдыҡтары ташланғанда күҙәтелә. ПЭТ һауыттарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙар тиҙ арала төрлө сүп-сар менән тултырыла, улар эстетик булмаған ҡиәфәт ала, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр сүп-сарҙы айырыу процесын файҙаһыҙ тип иҫәпләүен дауам итә, сөнки бөтә ҡалдыҡтар бер өйөмгә ташлана тип ышаналар.
Пластик һәм алюмин шешәләр икенсел сеймалды эшкәртеү буйынса махсус заводҡа барып еткәнсе ҙур юл үтә — был ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу комплексына ташыу, төҫө, төрө буйынса бүлеү, тик һанап үтелгән сараларҙан һуң ғына пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводына ебәрелә.
Икенсел сеймалды ҡайтанан ҡулланыу полигондарға ташланған һәм тәбиғәткә зыян килтереүсе ресурстарҙы рациональ ҡулланырға, шул уҡ ваҡытта ғәйәт ҙур ер участкаларын сүп өйөмдәренән азат итергә мөмкинлек бирер ине. Кешеләрҙең ҡалдыҡтарҙы өйҙән башлап айырыуҙың мөһимлеген аңлауы мөһим. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып, һуңынан махсус һауыттарға һалһаҡ, киләсәктә уларҙы эшкәртеү һәм яңы продукт алыу күпкә еңелерәк буласаҡ.
Ҡалдыҡтарҙы айырым фракцияларға бүлеп йыйырға кәрәк. Пластик шешәләр, алюмин һауыттарҙы махсус һауытҡа ташлау эште күпкә еңелләштерә. Тик бергәләп ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең һөҙөмтәле һәм уңайлы системаһын ойоштора алабыҙ.
Фото: “Экология-Т” төбәк операторы.