

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “БлагоСостояние#Дома” төбәк-ара форумында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы һәм Башҡортостан Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы араһында килешеү төҙөлә. Шулай уҡ республиканың Төҙөүселәр ассоциацияһының “Төҙөлөш тармағы: сценарийҙар һәм киләсәкте көнүҙәк күҙаллау” кәңәшмәһе була.
Әйткәндәй, форум сиктәрендә бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойошторолған. Башҡортостандың Йылдам һөнәри үҫеш үҙәге – һөнәри йүнәлеш алыу, әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек, ҙурыраҡ һорау менән файҙаланған айырым төр һөнәрҙәр буйынса граждандарҙың квалификацияһын камиллаштырыу ул.
2022 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостандың Йылдам һөнәри үҫеш үҙәгендә “Мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү”, “Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә проекттарға идара итеү”, Матбуғат релиздарын һәм коммерция тәҡдимдәрен яҙыу практикаһы” , “Интернетта контентты алға этәреү” кеүек программалар буйынса бушлай уҡыталар.
“Ойошмаларҙа хәрби иҫәп”, “Трафик-менеджмент”, “Туризмда менеджмент”, “Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы инструкторы”, “Ҡалдыҡтарҙы хәүефһеҙ утилләштереү” кеүек программалар буйынса белем алыу иһә түләүле.
Ошо үрҙә әйтелгән программалар һәм башҡалар тураһында ентекләберәк +79174200628 телефоны буйынса белешергә мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.