Иҡтисад
25 Октябрь 2022, 18:30

Төбәктә эшһеҙлек – тарихи минимумда

"Пандемия башланғандан алып республикала иҡтисадҡа ярҙам саралары күрелә", тине Андрей Назаров.

Төбәктә эшһеҙлек – тарихи минимумдаТөбәктә эшһеҙлек – тарихи минимумда
Төбәктә эшһеҙлек – тарихи минимумда

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “БлагоСостояние#Дома” төбәк-ара форумы эш башланы, тип хәбәр иткәйнек.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостанда эшһеҙлектең тарихи минимумға еткерелеүе тураһында әйтте. Быға һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте, шулай уҡ төбәк Хөкүмәтенең бизнес менән берлектәге уйлап эш итеүе тәьҫир иткән. “Һуңғы өс йылда Башҡортостан инвестициялар үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында беренсе булды. Беҙҙең тарафтан дәүләт ярҙамы сараларының “ковидҡа ҡаршы” өс һәм “санкцияға ҡаршы” бер пакеты файҙаланылды. Был пандемия, санкциялар осоронда эш урындарын һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итеп кенә ҡалманы, йыл һайын 4,5 меңгә тиклем эш урындары ойоштороу мөмкинлеген бирә”, – тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ төбәктә эшһеҙлектең тарихи минимумда – 3,3 процент булыуы хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта яҙ был күрһәткес алты процент тәшкил итер тип уйлағандар.

– Пандемия башланғандан алып республика иҡтисадҡа ярҙам итеү саралары йәһәтенән булышлыҡ итте, ә Көнбайыш санкциялары көсәйгәс, өҫтәмә пакет ҡабул иттек. Һөҙөмтәлә предприятиеларға 90 процентҡа тиклем эш урындарын һаҡлау шарты менән ярҙам иттек, яңы ойошмаларға экспортҡа сығыуға булышлыҡ ҡылдыҡ,  – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас