

“Бөгөн Өфөлә ҡунаҡтар ҡабул итәбеҙ, уларҙың береһе – Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.
Александр Шохин билдәләгәнсә, бөгөн Башҡортостандағы эшһеҙлек тарихи яҡтан иң аҙы – 3,3 процент ҡына, йәғни геосәйәси хәлгә һәм санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан.
“Ковидҡа ҡаршы” өс һәм “санкцияларға ҡаршы” бер дәүләт ярҙамы пакеты ҡабул ителде. Йыл һайын 4,5 меңгә саҡлы эш урыны булдырыла.
Беҙ “профессионалитет” федераль проектына индек, шуның һөҙөмтәһендә республикала машиналар эшләүҙә, химия һәм ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа дүрт белем биреү-етештереү кластеры барлыҡҡа киләсәк.
“Эште дауам итәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – тормош өсөн иң яҡшы төбәккә әйләнеү”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото А. Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.