

Проект республика Башлығы грантына Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Түбәндәге сессиялар эшләй: “Асыҡ һөйләшеү: хеҙмәткәр – эш биреүсе”, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ: бәләкәйҙән - ҙурға”, “Йәштәр сәйәсәте: мәғариф траекторияларының кадр йүнәлтмәләре, найм балансы һәм инновациялар”, “Халыҡтың тормош сифаты: йәшәү инфраструктураһы, хеҙмәттәрҙән файҙалана алыу, хеҙмәт баҙары”, “Кадрҙар барыһын да хәл итә!” һәм башҡалар. Уларҙа “Йәшәйеште нисек тәьмин итергә?”, “Иҡтисади тотороҡлолоҡто нисек булдырырға?” һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнә.
Бөгөн пленар кәңәшмә була. Унда Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министы Андрей Назаров, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнаша.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.