

Башҡортостан Республикаһы илдә агросәнәғәт комплексында инвесторҙарға ярҙам итеү кимәле буйынса етенсе урында тора, тип билдәләне 25 октябрҙә «Рәсәй» медиаүҙәгендә уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
- Төбәктә тармаҡта инвесторҙарға ярҙам итеү моделе уңышлы булдырылған, замандың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, инвесторҙарҙың тармаҡҡа ҡарата «һыуыныуын» күрмәйем, - тине ул. - Мәҫәлән, малсылыҡта ҙур һөт комплекстары төҙөүгә баҫым яһаныҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың «сентябрь указы»на ярашлы, беҙҙә 2024 йылға 21 һөт комплексы эшләй башларға тейеш, шуларҙың 17-һе сафҡа ингән йәки төҙөлөш тамамланыу алдында.
Уңышлы инвестицияларҙың сағыу миҫалы - Йәрмәкәй районында 2800 һыйырға иҫәпләнгән «Башҡортостандың төньяҡ ниваһы» һөт комплексы. Унда тәүлегенә 100-әр тонна, һәр һыйырҙан 40 килограмдан да кәм булмаған һөт һауыла. Кем уйлаған инде, яңыраҡ ҡына беҙ был күрһәткестәр тураһында хыяллана ғына инек, - тине ул.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19233/
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/19233/