

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Благовещен пластигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте МОНОГОРОДА.РФ фонды буйынса 200 миллион һумға яҡын процентһыҙ заем алды. Ошо аҡсаға предприятие продукцияның ассортиментын киңәйтеү һәм етештереү күләмен арттырыу өсөн ҡорамалдар һатып алды. Улар етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм йылына 640 миллион пластик әйбер сығарырға мөмкинлек бирәсәк.
– Инвестиция проектының дөйөм хаҡы яҡынса 250 миллион һум тәшкил итә. Аҡса ике термоформация буйынса ике етештереү линияһы һәм пластик стакандарҙы ҡатырға менән төрөү ҡорамалын һатып алыуға бүленде. Был бөтә төр продукция буйынса етештереү күләмен ике тапҡырға тиерлек арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Әле предприятиела 40-тан ашыу эш урыны булдырылған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Төп продукция төрҙәренән тыш, компания ҡатырға ҡаплы пластик стакан һәм ҡатырға стакан кеүек яңы әйбер төрҙәрен етештереүҙе лә үҙләштерә. Һынау үткәрелгән, продукция етештереүгә килешеү төҙөү буйынса эш бара.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19239/
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19239/