Иҡтисад
26 Октябрь 2022, 12:15

Дәүләт ярҙамына баһа бирелде

Ауыл хужалығы тармағына күрһәтелгән ярҙам менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Дәүләт ярҙамына баһа бирелдеДәүләт ярҙамына баһа бирелде
Дәүләт ярҙамына баһа бирелде

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы төбәктең агросәнәғәт тармағының 114 инвестиция эшмәкәрлеге субъекты араһында һорау алыу үткәрҙе. Улар һуңғы 12 айҙа дәүләт ярҙамы сараларын баһаланы. Тикшереү министрлыҡтың ведомство порталында үткәрелгән. Һорау алыуҙың туғыҙ пункты һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, респонденттарҙың күпселеге республика инвесторҙарына финанс ярҙам сараларына ыңғай баһа биргән.

«Беҙ даими тикшереүҙәр үткәрәбеҙ, ведомство порталында уны һөҙөмтәле һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға мөмкин. Бындай алым был өлкәләге эштәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға һәм тиҙ арала тейешле саралар күрергә мөмкинлек бирә. Һорау алыу барышында респонденттар инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары буйынса бирелгән мәғлүмәттең тулылығына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Беҙ дәүләт ярҙамының айырым төрҙәре менән ҡәнәғәт булыу шарттарын, тиҙлекте, ҡәнәғәтлек дәрәжәһен баһаланыҡ», — ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Шулай итеп, дәүләт баһаһы саралары буйынса бирелгән мәғлүмәттең тулылығын респонденттарҙың 32 проценты «яҡшы» тип баһалаған, тағы 57 проценты «дүртле» билдәһе ҡуйған.

Белешмә:

Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт тармағында өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы инвесторҙар мөлкәт һалымына һәм килем һалымы буйынса ташламаларға, ҡорамалдар һатып алыуға, инженер инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға иҫәп тота ала.

Бынан тыш, инвесторҙар дөйөм нигеҙҙә федераль һәм төбәк бюджеттарынан ауыл хужалығы етештереүселәре сифатында дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас