

Өфөләге Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында Ағиҙел электр станцияһын эшләтеп ебәрҙеләр. Бындай электр станцияһы – беҙҙең республикалағы етенсеһе. Улар Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш, Ғафури райондарында эшләй. Шундай уҡ объект Баймаҡта ла төҙөлә.
“Экологик яҡтан таҙа электр энергияһын бығаса ҡулланылмай ятҡан майҙансыҡта ала башлауыбыҙ мөһим. Был урында төҙөлөшө туҡтап ҡалған Ағиҙел электр станцияһының ҡорамалдары урынлашҡан. Консервацияланған был сәнәғәт зонаһын аҫырау оҙаҡ йылдар төрлө кимәлдәге ҡаҙналарға йөк булып ята ине. Хәҙер ул халыҡҡа хеҙмәт итәсәк”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Телекүпер режимында Ағиҙел ҡалаһындағы ҡояш электр станцияһын һәм Бәләбәй районынындағы “Алексеевка” ярҙамсы станцияһындағы 110 киловатлы икенсе һауа линияһын эшләтеп ебәреүҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.
“Республиканың энергетика системаһы илдәге система барлыҡҡа килтереүсе тармаҡтарҙың береһе булып тора. Ул Урал һәм Волга буйы төбәктәрен өҙлөкһөҙ һәм ышаныслы рәүештә энергия менән тәьмин итә. Электрҙың илдең Европа һәм Себер өлөштәренә транзитында мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙең энергетиктар энергия комплексын киң яңыртырға ынтыла. Республиканың йылылыҡ электр үҙәктәрендә лә әүҙем эш бара. Беҙ быны бөгөн эшләтеп ебәрергә әҙер булған мөһим объекттар миҫалында ла күрәбеҙ”, – тине ул.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru