

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Темур Рәхимов менән осрашты. Улар ике республиканың хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе.
Андрей Назаров бөгөнгө Рәсәй-Тажикстан хеҙмәттәшлеген ысын стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ өлгөһө тип атаны. Был ике арала конструктив мөнәсәбәт нигеҙе булып тора.
2011 йылда Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы асыла. Етәксеһе Сәид Давлатов бөтә эштәрҙе уңышлы башлап ебәрә. Шуға күрә бөгөн дә Хөкүмәт етәксеһе үҙ-ара конструктив эш алып барыу дауам ителеренә ышаныс белдерҙе.
"Башҡортостан һәм Тажикстан - ышаныслы сауҙа-инвестиция партнерҙары. Былтыр үҙ-ара тауар әйләнеше 6,5 процентҡа артып, 31 миллион долларҙан ашҡан. Шул уҡ ваҡытта өлгәшелгән һөҙөмтәләр менән генә сикләнмәйбеҙ. Ике яҡтың бизнес берләшмәләре вәкилдәре ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер", - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан һәм Тажикстан араһында даими рәүештә эшлекле сәфәрҙәр ойошторола. Делегация төрлө халыҡ-ара сараларҙа осраша. Ике йыл рәттән Башҡортостан Тажикстанға бизнес-миссия ебәрә. Июндә сираттағы визит булды. Башҡортостан предприятиелары хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә ике экспорт контракты төҙөлдө ("Альтернатива-экспресс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Контроль пакет" йәмғиәте), пластик көнкүреш әйберҙәре һәм төрөү ҡорамалдары менән тәьмин итеү.
Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Темур Рәхимов Башҡортостан Хөкүмәтенең бөтә яҡлап Рәсәй-Тажикстан төбәк хеҙмәттәшлеген нығытыуға булышлыҡ итеүе тураһында әйтте.
"Республикабыҙ Хөкүмәте Рәсәй төбәктәре менән ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бүлә, һәм беҙ дәүләттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүен киңәйтеү өсөн ҙур ҡеүәт барлығын күрәбеҙ. Әлеге осрашыу энергетика, тау-руда сәнәғәте, төҙөлөш материалдары етештереү, ауыл хужалығы, туризм өлкәләрендә Башҡортостан менән Тажикстан араһында артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн яңы йүнәлештәрҙе асыҡларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Тажикстандан 1600-ҙән ашыу студент Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡый, тимәк, мәғариф һәм фәнни ҡеүәттәр менән алмашыуҙа хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн нигеҙ бар. Бәйләнештәрҙе тағы ла нығытасаҡбыҙ һәм һәр башланғысҡа ярҙам итергә әҙербеҙ", - тине Генераль консул.
Фото: республика Хөкүмәте.