

Өфөләге "Торатау" конгресс-холында үткән төбәк-ара форумда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала эшһеҙлектең тарихи минимумға етеүе тураһында хәбәр итте.
"Һуңғы өс йылда Башҡортостан инвестициялар үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында беренсе булды. Беҙҙең тарафтан дәүләт ярҙамы сараларының "ковидҡа һәм санкцияға ҡаршы" бер пакеты файҙаланылды. Был пандемия, санкциялар осоронда эш урындарын һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итеп кенә ҡалманы, ә йыл һайын 4,5 меңгә тиклем эш урыны ойоштороу мөмкинлеген дә бирә", - тине ул.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ Башҡортостанда эшһеҙлектең тарихи минимумға етеүе – 3,3 процент булыуы тураһында әйтте. Яҙ был күрһәткес алты процент тәшкил итер тип уйлағандар.
– Пандемия башланғандан алып республика иҡтисадҡа ярҙам итеү саралары ойошторҙо, ә Көнбайыш санкциялары көсәйгәс, өҫтәмә пакет ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә предприятиеларға 90 процентҡа тиклем эш урындарын һаҡлап ҡалырға һәм яңы ойошмаларға экспортҡа сығыуға булышлыҡ иттек, – тине Андрей Назаров.
Фото: "Башинформ".