Иҡтисад
27 Октябрь 2022, 07:00

Борсолмағыҙ, мобилизацияланғандарға кейем буласаҡ

Термокейем, эске кейем, йоҡо тоҡтары – барыһы ла етештерелә.

Борсолмағыҙ, мобилизацияланғандарға кейем буласаҡБорсолмағыҙ, мобилизацияланғандарға кейем буласаҡ
Борсолмағыҙ, мобилизацияланғандарға кейем буласаҡ

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәрбиҙәрҙе кейендереү тураһында яҙған.

“Хәрбиҙәрҙе кейендереү өсөн еңел сәнәғәттең бөтә ҡеүәтен, шул иҫәптән бәләкәй предприятиеларҙы йәлеп итергә кәрәк. Ошо хаҡта ил Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Президенты уҙғарған РФ Ҡораллы Көстәре ихтыяждарын тәьмин итеү буйынса хөкүмәттең координация советы кәңәшмәһендә белдерҙе.

Башҡортостан предприятиелары махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәребеҙҙе тәьмин итергә тотондо, тип әйтә алам. Республика Хөкүмәтенең заказы буйынса шәхси медицина аптечкалары һәм йоҡо тоҡтары етештерелә башланы, термокейем, эске кейем, костюмдарға шеврондар, ҡулдар өсөн һаҡланыу саралары тейәп оҙатылды.

«Аркада» компанияһы эске кейем, йоҡо тоҡтары тегә. 2023 йыл башынан Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә саҡырылған мобилизацияланған резервистарҙы тәьмин итеү өсөн туҡыманан әйберҙәр һәм кейемдәр әҙерләргә ниәтләйҙәр.

«Штурмер» һәм «Магеллан» компаниялары көс структуралары өсөн форма етештерә һәм һата, шул иҫәптән Рәсәй Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ФСО хеҙмәткәрҙәре өсөн форма тегә. 2022 йылда «Магеллан» Рәсәй Оборона министрлығының 63494-се ғәскәри часы (инженер ғәскәрҙәре), милли гвардия һәм М.М. Шайморатов исемендәге ғәскәри часть өсөн заказдар үтәне. Шулай уҡ улар Донецк Халыҡ Республикаһына гуманитар ярҙам сиктәрендә форма тупланмалары етештерҙе.

«Искож» компанияһы - шәхси медицина аптечкалары, «Уралпром-Маркет» предприятиеһы йоҡо тоҡтары етештерә башланы, шәхси эшҡыуар Кулагин А.Ф. костюмдарға 10 мең тупланма шеврон, ә «Ликом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 30 меңдән ашыу пар бирсәткә, «Медстальконструкция» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мең самаһы ике яруслы карауат оҙатты. «Профи Форм» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте термокейем, эске кейем тейәп ебәргән. «Спецтурснаряжение» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә йоҡо тоҡтарын сығара.

Бынан тыш, «Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мебель фабрикаһы махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн карауаттарға матрастар ебәрергә әҙер, Ишембай ойоҡ фабрикаһы келәтендә кәрәкле ойоҡбаштар запасы бар, «Бөрө Бирсәткәләре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 20 мең парҙан ашыу ярымйылы бирсәткә оҙатырға әҙерҙәр.

Бер һүҙ менән әйткәндә, етештереүселәребеҙ армия, беҙҙең яугирҙәр һәм частар өсөн кейем-һалым тегеү, ҡорамалдар, мебель етештереп ебәреү менән шөғөлләнергә әҙер. Республика был предприятиеларға ярҙам итергә әҙер. Ошо арала еңел снәғәт өсөн тағы ла бер субсидия раҫланды – ҡорамалдар һәм уға программа тәьминәте һатып алыуға. Йыл аҙағына тиклем республика бүлгән 40 миллион һумды үҙләштереүҙе планлаштырабыҙ”, – тип яҙған Александр Шельдяев.

Фото ru.pinterest.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас